Был юлы Донбасс еренә командировкабыҙҙы Башҡортостан юлсылары менән осрашыуҙан башланыҡ. Ни тиһәң дә, улар бында яуаплы ла, сауаплы ла бурыс башҡара. “Башкиравтодор” предприятиеһының республикабыҙ шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡалаһындағы филиалы бына инде өсөнсө йыл ошо ҡала округы биләмәһендәге юлдарҙы тергеҙеү, яңыларын һалыу эшен алып бара. Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министрлығының әйҙәүсе белгес-эксперты Вадим Мулланур улы Ханов үҙҙәре төҙөгән юлдарҙы күрһәтте, хәл-әхүәлдәре тураһында ихлас һөйләне, илдең яңы төбәктәрендә фиҙакәр хеҙмәт иткән яҡташ егеттәр менән таныштырҙы.
“Башкиравтодор”ҙың филиалы Красный Луч ҡалаһы округы ҡарамағындағы Петровское, Вахрушев, Хрустальный, Миусинск һәм башҡа ауыл-ҡасабаларҙы хеҙмәтләндерә. Бында шулай уҡ Башҡортостандан килтерелгән асфальт-бетон заводы ла тотороҡло эшләп тора. Әйткәндәй, 2022 йылдың йәйендә был заводтың эшмәкәрлегенә стартты республика Башлығы Радий Хәбиров биргәйне.
Үҙ ҡарамағында шундай АБЗ-ның булыуы Башҡортостан юлсыларына бик уңайлы һәм отошло, сөнки улар материалға ҡытлыҡ кисермәй, башҡаларҙан көтөп ултырмай. Сеймалға килгәндә, “ҡырсынташты Вахрушевтағы карьерҙан алабыҙ”, тине Вадим Мулланур улы. Матди-техник тәьминәт йәһәтенән дә зарланмай егеттәр: юл-төҙөлөш эштәренә 22 берәмек техника йәлеп ителгән. “КамАЗ”, асфальт түшәгес, каток, күтәреү ҡорамалдары – барыһы ла Башҡортостандан килтерелгән.
Беҙ барғанда юлсылар быйылғы миҙгелдең эштәрен йомғаҡларға йыйына ине. 28 объектты, 10 туҡталышты сафҡа индереү, заводта 42 мең тонна асфальт етештереү планға алынған булған. Төп ҙур объекттар һәм туҡталыштар буйынса эштәрҙе тулыһынса тамамлағандар, йәмғеһе 34 мең тонна асфальт етештерелгән. “Миҙгел аҙағынаса план һәр йәһәттән үтәләсәк. Эштәр сифатлы һәм графиктан алдан башҡарыла”, – тине ышаныслы итеп Вадим Мулланур улы.
Әйткәнемсә, ул беҙҙе үҙҙәре төҙөгән юлдар буйлап йөрөттө. Ысынлап та, эште бик сифатлы, матур башҡара юлсылар. Мәҫәлән, бығаса Красный Луч менән Вахрушев араһын машинала 40 – 50 минутта үтһәләр, хәҙер Башҡортостан юлсылары һалған тип-тигеҙ асфальт юлдан 10 минутта уҙып була.
Сифатҡа килгәндә, үткән йылдарҙың ҡыштары Башҡортостан юлсыларының үҙ эшенә яуаплы, намыҫлы ҡарауын тулыһынса раҫлаған. Элеккесә йыш булмаһа ла, хәрби техника ла үткеләп тора, әммә егеттәр һалған асфальт ныҡлыҡ йәһәтенән һынатмай. Юл япмаһының өлгөләре даими рәүештә Башҡортостанға ебәрелеп, лаборатория шарттарында тикшереү үтә икән. “Төҙөлөш эштәрен тамамлағас, тейешле юл тамғалары һалына”, – тип һүҙгә ҡушыды Красный Лучтағы Юл ремонт-төҙөлөш идаралығы филиалы начальнигы Ришат Әхмәтов.
Коллективта – 39 кеше, шул иҫәптән урындағы халыҡ араһынан ете кеше эшкә урынлашҡан. Башҡортостан егеттәре башлыса миҙгел эштәрендә тулыһынса, йәғни яҙҙан көҙгәсә ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта вахта ысулы менән эшләгәндәр ҙә бар. Егеттәрҙең йәшәү шарттары яҡшы. Урындағы хакимиәт тарафынан бирелгән бинала үҙ көстәре менән бөтә уңайлыҡтарҙы булдырғандар: һыу ағып тора, душ, кер йыуыу машиналары, бешеренеү өсөн электр плитәләр бар. Әйткәндәй, Красный Луч һәм башҡа эргә-тирә ауыл-ҡасабалар халҡы Башҡортостан юлсыларына бик матур, ыңғай ҡарашта, мөмкинлек тыуғанда рәхмәт әйтергә тырышып торалар.
Егеттәрҙең үҙҙәренең дә кәйефе күтәренке, үҙ-ара татыу, берҙәм булыуы шунда уҡ күҙгә ташлана. “Бригадабыҙҙа Белорет, Яңауыл, Мишкә, Шишмә райондарынан егеттәр бар. Беҙ килгәнгә тиклем бында күп нәмә ташландыҡ хәлдәр ине, ә хәҙер күреүегеҙсә, юлдар көҙгө кеүек ялтырап ята”, – ти бригадир Айрат Фәхретдинов. Ул үҙе – Салауат районынан.
Башҡортостан юлсылары менән бер коллективта ерле халыҡ вәкилдәре лә эшләй. Шуларҙың береһе – Антрацит ҡалаһынан Роман Пономарёв. Ул ике йыл элек Башҡортостан эшселәре бригадаһына водитель булараҡ килеп ҡушылған. Роман тыуған ерен төҙөкләндереү эшенә өлөш индереүенә шат булыуын, беҙҙең республика егеттәренең үҙ бурысына намыҫлы ҡарауын, үҙ-ара дуҫ-татыу мөғәмәлә итеүҙәрен билдәләне.
Асфальт-бетон заводында механик вазифаһында хеҙмәт иткән Сергей Торшин да фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– Был эшкә былтыр урынлаштым. Дөйөм алғанда, юл тармағындағы эш стажым – 34 йыл. Заманында беҙҙә лә асфальт етештергән завод эшләп торҙо, бөтә Луганск биләмәһен тәьмин итә торғайныҡ. Үкенескә ҡаршы, көрсөккә терәлеп, ул ябылды. 2012 йылда Красный Лучтан күсеп китергә тура килде. Башҡортостандан эшселәр, табиптар килгәс, бындағы тормош әкренләп яйлана башланы. Мин дә тыуған ҡалама кире ҡайттым. Башҡортостан халҡына ҙур рәхмәт! – тине Сергей Торшин.
Башҡортостан юлсылары көсө менән төҙөлгән юлдар буйлап йөрөп ҡарап, уларҙың ни тиклем мөһим, яуаплы эш башҡарыуын, бында тормоштоң яйға һалыныуын үҙ күҙебеҙ менән күрҙек һәм халыҡтың рәхмәтен ишеттек.
ФЕКЕР
Лидия Васильевна, 72 йәштә Хрустальныйҙа йәшәй (аҙаҡҡы фотола):
– Мин ғүмер буйы ошонда йәшәйем. Элек бындай уңайлыҡтар тураһында хыялланмай ҙа инек, соҡор-саҡырлы юлдарҙан йөрөп ялҡҡайныҡ. Әле күрәһегеҙ, ниндәй матур юлдар һалына. Башҡортостанға, төҙөүсе егеттәргә ҙур рәхмәт! Беҙгә күрһәткән изгелектәре үҙҙәренә йөҙләтә, меңләтә әйләнеп ҡайтһын.
Авторы - В. УРАЗБАЕВ.
Луганск Халыҡ Республикаһы.
Автор фотолары.