Геройҙар дәүере
6 Ноябрь 2024, 17:20

Ата-әсәләре реабилитация үтә ала

Оло Ыҡтамаҡ ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты.

Ата-әсәләре реабилитация үтә алаАта-әсәләре реабилитация үтә ала
Ата-әсәләре реабилитация үтә ала

Бөгөн Оло Ыҡтамаҡ ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең – Мәсетле районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Сыңғыҙ Латипов, Никита Перевышин, Вадим Ғәлләмов, Эльдар Хисамов, Роберт Усманов, Альберт Шәрәфетдинов, Вадим Тунаев, Иван Лавров һәм Мөхәмәтйән Әбдрәшитовтың ғаиләләре менән осрашты.

Яугирҙәрҙең ата-әсәләре һәм тормош иптәше менән аралашҡанда төбәк етәксеһе ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе һәм яугирҙәр хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн үлгәндән һуң лайыҡ булған генерал Шайморатов ордендарын хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә тапшырҙы.

– Республика улдарығыҙ тураһында онотмаясаҡ, һеҙҙең менән бергә буласаҡ. Күп кенә геройҙарыбыҙҙың мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалары ҡалған. Бергәләп улар хаҡында хәстәрлек күрербеҙ, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итербеҙ. Уларҙың барыһы ла яҡшы белем алырға тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Муниципалитет вәкилдәре һәм район башлығы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә тейеш.

Ул Республика кардиология үҙәгендә МХО-ла һәләк булған һалдаттарҙың ата-әсәләрен һауыҡтырыу һәм реабилитациялау программаһын әҙерләүҙәрен хәтергә төшөрҙө һәм ошонлай дауаланырға тәҡдим итте.

Өфөлә һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә мемориал төҙөргә ниәтләйҙәр, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Һәләк булған яугирҙәрҙең туғандары осрашыуҙа балаларға белем биреүгә һәм социаль түләүҙәргә ҡағылышлы бер нисә һорау бирҙе. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы вәкилдәре һәм хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре яугирҙәрҙең ғаиләләренә кәрәкле ярҙам күрһәтәсәк, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас