Геройҙар дәүере
6 Ноябрь 2024, 14:10

Улдарығыҙ - ысын геройҙар!

Радий Хәбиров Балаҡатай районынан махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләренә Шайморатов генерал ордендарын тапшырҙы. 

Улдарығыҙ - ысын геройҙар!Улдарығыҙ - ысын геройҙар!
Улдарығыҙ - ысын геройҙар!

Бөгөн Яңы Балаҡатай ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Балаҡатай районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр Айҙар Хөсәйенов, Василий Колобов, Илсур Яҡупов, Анатолий Лыков, Юлиан Швидконың ғаиләләре менән осрашты.

Төбәк етәксеһе һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм уларҙың ата-әсәләренә ысын Ватан һаҡсылары тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Яугирҙәр хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн һәләк булғандан һуң Шайморатов генерал ордены менән наградланды. Республика Башлығы уларҙы яҡындарына тапшырҙы.

– Улдарығыҙ – үҙ бурысын намыҫ менән үтәгән ысын геройҙар. Беҙ барыбыҙ ҙа улар менән ғорурланабыҙ һәм һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Төп бурысыбыҙ – Тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен биргән яугирҙәр тураһындағы хәтерҙе һаҡлау, уларҙың туғандарын иғтибар һәм хәстәрлек менән уратып алыу. Хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙҙең ғаиләләренә ярҙам итеү - минең шәхси контролдә.

Башҡортостан Башлығы Республика кардиология үҙәгендә махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ата-әсәләре өсөн һауыҡтырыу һәм реабилитация программаһы әҙерләнеүен иҫкә төшөрҙө һәм осрашыуҙа ҡатнашыусыларға дауалау курсы үтергә тәҡдим итте.

Радий Хәбиров Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 40 ярҙам сараһы ғәмәлдә булыуын билдәләне, шулай уҡ Балаҡатай районы хакимиәтенә хәрбиҙәргә һәм уларҙың туғандарына тейешле ярҙам күрһәтеүҙе контролдә тоторға ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас