Сибайҙа йәшәгән Әғзәм Ғөзәйеров “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән махсус хәрби операция зонаһынан ҡайтҡан. 55 йәшлек ир РФ Оборона министрлығы менән үткән йылдың октябрендә хәрби хеҙмәткә контракт төҙөгән.
“Ашығыс хеҙмәттән һуң контракт буйынса хәрби хәрәкәттәр зонаһына барырға теләгем тыуҙы. 2000 йылда хәрби хеҙмәткә контрактҡа ҡул ҡуйып, Чечняға юлланырға тейеш инек. Ике аҙна көттөк. Әммә хәрби командировка кисектерелде. Беҙҙе Тажикстанға ебәрҙеләр. Унда хәрби хәрәкәттәр булманы. Асылда, минең тағы ла бер ашығыс хеҙмәт булды. Барыһы ла штат режимында үтте. Хеҙмәт иттек һәм демобилизацияландыҡ. Тажикстанда был хыял тормошҡа ашманы, ләкин минең хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу теләгем ҡалды”, - ти Әғзәм Ғөзәйеров.
Илдә махсус хәрби операция башланғас та, ул шунда барырға ҡарар итә. Хәрби хеҙмәткәрҙең туғандары һәм яҡындары уның махсус хәрби операцияла ҡатнашыу ҡарарына ҡаршы була.
“2022 йылда алғы һыҙыҡҡа сығырға уйлағайным, хәрби комиссариатта булдым, әммә балалар мине ебәрмәне”, - ти яугир. Һуңынан ир кәрәкле һүҙҙәр таба алған һәм яҡындарын үҙен хәрби хәрәкәттәр зонаһына ебәрергә күндергән.
“Мин үҙемдең ҡарарым менән ашыҡмаҫҡа булдым һәм уны бер йылға кисектерҙем. Өйҙәгеләр тынысланды, ахыры. Былтыр йәнә хәрби комиссариатҡа барҙым. Медицина комиссияһын үттем. Өйгә ҡайтып, ҡарарымды әйттем, әлбиттә, улар риза булманы”, -ти яугир.
Алғы һыҙыҡтарҙың береһендә Әғзәм Ғөзәйеров минаға баҫып, аяғын юғалта. Госпиталдә ятып дауалана һәм яҡындары янына ҡайта. Әле яугир сәләмәтлеген нығыта, яңы көс туплай.
Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Сибай яугиренә “Батырлыҡ өсөн” миҙалы тапшырыла. Өйҙә булғанда ла Әғзәм Ғөзәйеров фронттағы иптәштәре менән бәйләнеш тота.
БЕЛЕШМӘ
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Өфөлә "Төнъяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин.
Пунктты Өфө, Элеваторная урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18-65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай.Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк.
Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар фонды, өс тапҡыр ашатыу хеҙмәте ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә Өфө ҡалаһы бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү күләмен 300 меңдән 400 мең һумға тиклем арттырҙы. Стәрлетамаҡтар ҙа контрактсыларға ошо сумманы түләйәсәк. Шулай итеп, эш хаҡын иҫәпкә алғанда, түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 3 825 000 һум тәшкил итәсәк.
Башҡортостан контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.
Фото һәм сығанаҡ: Сибай ТВ