+21 °С
Болотло
Баймаҡ районының иң төпкөл ауылдарының береһендә Ишейҙә йәшәгән Хәлиҙә Ишдәүләтова өс көн һайлауҙа эшләп алған аҡсаһын яугирҙәргә биргән.
«Һайлауҙа шул ниәт менән эшләгәйнем дә, был аҡса дарыуҙар һатып алыуға тотоноласаҡ», - ти Хәлиҙә апай.
Ишейҙә шулай уҡ маскировкалау селтәре цехы асып ебәргәндәр. Бөтә ауыл халҡы изге эшкә ҡушылған.
Афарин, Хәлиҙә апай! Изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын!
Фото: телеграм