Баймаҡ районының Урғаҙа ауылындә йәшәгән Ишҡоловтар ғаиләһе махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән яугирҙәр өсөн 60 килограмм май әҙерләгән, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Был уңған ғаиләнең маҡтауға лайыҡ аҙымы хаҡында Республикаға идара итеү үҙәгендә һөйләгәндәр. Ирле-ҡатынлы Ишҡоловтар, бынан тыш ,хәрбиҙәргә ит тә ебәргән. Яҡташтарына гуманитар йөк әҙерләүҙә ауылдаштары ла, мәсет, ауыл советы һәм балалар баҡсаһы коллективтары ла ярҙам иткән. Баймаҡ районының уңған, булдыҡлы халҡына рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Яҡшылығығыҙ үҙегеҙгә икеләтә ҡайтһын!