Геройҙар дәүере
9 Ноябрь 2024, 08:00

УАЗ яугирҙәргә ярҙамға китте

Был инде хәрбиҙәргә оҙатылған өсөнсө машина.

УАЗ яугирҙәргә ярҙамға киттеУАЗ яугирҙәргә ярҙамға китте
УАЗ яугирҙәргә ярҙамға китте

Был УАЗ машинаһы оҙаҡ йылдар Ауырғазы район дауаханаһына тоғро хеҙмәт иткән, ә хәҙер яугир яҡташтарына ярҙамға яу яланына китәсәк. Дауахананың баш табибы Азат Ҡотоев райондың ирекмәндәр штабы етәксеһе Григорий Баевҡа машина асҡысын тапшырҙы.

–Был инде хәрбиҙәргә оҙатылған өсөнсө машина. Бынан алда бер машина менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аша хәрби подразделениены тәьмин иттек, ә быныһы Ауырғазы районының ирекмәндәр штабы  аша тапшырылған икенсеһе, – тине  дауахана етәксеһе. –Оҙаҡ хеҙмәт итеүенә ҡарамаҫтан, автомобилдең хәл-торошо яҡшы, тулыһынса техник тикшереү үтте.

 УАЗ автомобилдәре яу яланында мөһим роль уйнай. Уларҙы мобиль төркөмдәрҙе кәрәкле ергә илтеү, хәрби кәрәк-яраҡтарҙы ташыу, шулай уҡ яралыларҙы эвакуациялау, гуманитар йөктәрҙе зонаға яҡынайтыу өсөн файҙаланалар.  
Фото: https://vk.com/aur_vesti

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас