Геройҙар дәүере
9 Ноябрь 2024, 13:00

Яугирҙәргә 100 банка бал һәм автомобиль ебәргән

Йәшем арҡаһында ҡулыма мылтыҡ ала алмағас, махсус хәрби операция зонаһындағы егеттәребеҙгә башҡа ысул менән ярҙам итергә булдым, ти Яңауыл уҙаманы.   

Яугирҙәргә 100 банка бал һәм автомобиль ебәргәнЯугирҙәргә 100 банка бал һәм автомобиль ебәргән
Яугирҙәргә 100 банка бал һәм автомобиль ебәргән

Яңауыл районынан Рәиф Заян улы Яхинды был төбәк халҡы яҡшы белә. Уның умарталығында етештерелгән шифалы һәм тәмле балдың даны күптән инде тирә-яҡҡа таралған. Ошо көндәрҙә Яңауыл уҙаманы махсус хәрби операция яугирҙәренә 100 банка бал һәм үҙенең УАЗ (“Буханка”) шәхси автомобилен ебәрергә ҡарар иткән. Әйткәндәй, автомобиль бик яҡшы торошта, ни бары 50 мең саҡрым юл үткән.

Райондаштарының маҡтауға лайыҡ ошо аҙымы тураһында Яңауыл районы хакимиәтенең сайтында хәбәр иттеләр. “Үҙенең изге эштәре тураһында Рәиф Яхин һөйләргә теләмәһә лә, беҙ уртаҡлашырға булдыҡ”, - ти улар.

– Йәшем арҡаһында ҡулыма мылтыҡ ала алмағас, махсус хәрби операция зонаһындағы егеттәребеҙгә башҡа ысул менән ярҙам итергә булдым. Ил ҡатмарлы осор кисерә, һәр кем алғы сафтағы геройҙарыбыҙға ярҙам итергә тырыша. Тормош иптәшем менән беҙ ҙә ситтә ҡала алманыҡ. Ярҙамыбыҙ яугирҙәрҙең рухын күтәрһен, - тигән Рәиф Заян улы.

Автомобиль махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған. Уны ирекмәндәр Андрей Воробьев, Радик Ғөбәйев һәм Роман Пакиров алып бара. Улар бына инде 17-се тапҡыр гуманитар ярҙам менән юлға сыға. Егеттәргә имен, хәйерле юлдар насип булһын, күстәнәстәр яугирҙәргә имен-аман барып етһен, ә автомобиль ышаныслы хеҙмәт итеп, геройҙар менән менән бергә тиҙерәк еңеү яулап, әйләнеп ҡайтһын!

Сығанаҡ: Яңауыл районы хакимиәте.

Яугирҙәргә 100 банка бал һәм автомобиль ебәргән
Яугирҙәргә 100 банка бал һәм автомобиль ебәргән
Яугирҙәргә 100 банка бал һәм автомобиль ебәргән
Яугирҙәргә 100 банка бал һәм автомобиль ебәргән
Яугирҙәргә 100 банка бал һәм автомобиль ебәргән
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас