“Алекс” һәм “Соловей” позывнойлы Стәрлетамаҡ егеттәре ялға ҡайтҡандарында Советтар Союзы Геройы Алексей Сухоруковтың тыуған яғы Преображеновка ауылында булды.
Яугирҙәр хеҙмәт иткән реактив-артиллерия батареяһы тап ошо батыр яҡташтарының исемен йөрөтә. Егеттәр ҙур тулҡынланыу менән герой һәйкәленә сәскә гөлләмәһе һәм триколор һалды.
А. Сухоруков исемендәге реактив-артиллерияның личный составы был яҡшы традицияны дауам итергә - ялға ҡайтҡан һайын геройҙың тыуған яғында булырға уйлай. Батарея яугирҙәренең күпселеген тап Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы егеттәре тәшкил итә бит.