Геройҙар дәүере
11 Ноябрь 2024, 12:00

Доғаларҙың ғәжәп көсө бар

Яу яланында пулялар һыҙғырыуынан, хәүеф һағалауынан тыш, батырлыҡҡа ла, хатта мөхәббәткә лә, ҡыҙыҡлы хәлдәргә лә урын етерлек...

Доғаларҙың ғәжәп көсө барДоғаларҙың ғәжәп көсө бар
Доғаларҙың ғәжәп көсө бар

Беҙ яраланғандан һуң әле тулыһынса һауығып бөтмәгән, ялға оҙатылған Борай егете Артур Насунов менән осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Бер яҡтан, яралары уңалып бөтмәгән яугирҙе бимазалау уңайһыҙ төҫлө, икенсенән, ике йыл буйына байтаҡ ут-һыуҙы кисергә өлгөргән, батырлығы өсөн дәүләт наградаларына лайыҡ булған егет менән осрашыу теләге бик көслө. “II дәрәжә Батырлыҡ өсөн”, Суворов миҙалдары менән бүләкләнгән.

Һалдат ҡайҙа ла һалдат инде, хәрби йыйнаҡлыҡ, теүәллек уларға хас сифат. Әйтелгән  сәғәттә ул машинаһы менән геүләтеп килеп тә етте.

Мыҡты кәүҙәле, асыҡ йөҙлө егет  ябайлығы менән тиҙ арала үҙ кешегә әүерелде. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уның тормош юлы күҙ алдыбыҙҙан үтте, бала сағы, өлгөрөү осоро, армия хеҙмәте күп тиҫтерҙәренекенә оҡшаш булһа ла, һәр кемдең үҙенә генә хас яҙмышы.

- Әсәйем ветеринария табибы булып эшләне. Әсәйҙәр, билдәле инде, балаһын ел-ямғырҙан һаҡларға, иң яҡшыһын сабыйына бирергә тырыша. Ир-егет ҡорона инеү осоронда үгәй атайымдың  өлгөһө, тәрбиәһе ныҡ ярҙам итте. Махсус хәрби операция хеҙмәтенә икеләнеүһеҙ үҙ теләгем менән китеүемдә, һис шикһеҙ, уның йоғонтоһо көслө булды, – тип иҫкә ала ул көндәрҙе Артур.

 Егет 1985 йылда армияға алына, үҙйөрөшлө артиллерия орудиеһы командиры булып хеҙмәт итә. Аҙаҡ, тыуған яғына ҡайтҡас, иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала, Өфө моторҙар етештереү берекмәһенә эшкә урынлаша.

Тыуған яҡты юҡһыныу тойғоһо тынғы бирмәгәс, Борай районындағы Мәғдән колхозына эшкә ҡайта. Тынғыһыҙ, тиктормаҫ егет Себер тарафтарында биш-алты йыл эшләп алырға ла өлгөрә. Аҙаҡ йәнә тыуған яғы уны ҡосағына ала, ултыраҡланыу, донъя көтөү теләге көсәйә.

- Хужалыҡта һәүетемсә эшләп йөрөйөм. Барыһы ла яйланғандай. 2022 йылдың көҙөндә махсус хәрби операцияға өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, ир-егеттәрҙе хәрби әҙерлек үтеү өсөн оҙата башланылар. Артур нисек ситтә ҡала алһын бындай мөһим саранан? – тип йылмая яугир.– Хәрби комиссариатҡа эшкә йөрөгәндәй йышланым, “мине Шайморатов батальонына яҙығыҙ”, тип һорайым. “Урын юҡ”, тиҙәр. Минең тап ошо Рәсәй Геройы исемен йөрөткән, яҡташтарым хеҙмәт иткән батальонға эләккем килә. Танауҙы төшөрмәнем, көттөм. Ярай, атай-әсәй ҡаршы төшөп маташманы, фатихаларын бирҙе. Тыныс күңел менән киттем фронтҡа.

Тыуған яғын бөтә күңеле менән ихлас яратҡан яугирҙең “Борай” позывнойын алыуы юҡҡа түгел. Ошо ябай ғына һүҙҙә яҡташтарының  уға ҡарата ышанысы ла, бәләкәй Ватанына оло һөйөү тойғоһо ла, юҡһыныу тойғоһо ла ята.

Яугир хеҙмәттәштәре менән тәүҙә Херсон, аҙаҡ Белогоровка эргәһендә оборонала тора. 2023 йылдың ғинуарында тәүге тапҡыр яралана, был юлы – ҡулы... Мариуполь, Ростов, Моздок госпиталдәрендә дауалана, операция артынан операция үткәрә. Дүртенсеһенән һуң, һауығып, 2024 йылдың июнендә часына ҡайта. Бахмут эргәһендәге ҡаты алыштарҙа ҡатнаша, тоғро иптәштәрен юғалтыу ҡайғыһын кисерә.

- 15 июлдә позицияға барғанда аяҡ аҫтында мина шартланы. Ҡаты яраландым. Йәнә төрлө госпиталдәрҙә дауаланырға, операциялар үткәрергә тура килде. Һуғышта яраланыу ғәжәп түгел, унда барыһы ла ҡәҙимге кеүек тойола. Бары эргәңдә ярҙамға ташланырға торған фәрештәләрең булһын, – ти тулҡынланып яугир. – Улар булмаһа, һеҙҙең алдығыҙҙа бөгөнгөләй йылмайып ултырмаҫ та инем. Аяҡ яраланғас, үҙемә укол яһап, жгут һалдым. Башҡа бер ни ҙә эшләй алмайым. Дүрт егет мине носилкаға һалып, алмаш-тилмәш күтәреп, йән-фарман ялан буйлап саба ғына! Ике километр ярым араны, үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып үткәндән һуң, урман эсендә тәүге ярҙамды күрһәттеләр. Аҙаҡ матайға ултыртып, табиптарға илтеп тапшырҙылар. Фронтта медицина хеҙмәткәрҙәре бик ҙур эш башҡара, уларҙың хеҙмәтен һөйләп кенә аңлатып та булмаҫ. Бик рәхмәтлемен медицина хеҙмәткәрҙәренә, уларҙың ҡыйыулығы, миһырбанлығы, ваҡытында ярҙам итергә тырышыуҙары өсөн. Улар беҙҙең өсөн ҡанатһыҙ, әммә йөрәкле фәрештәләр. Бына һеҙ улар тураһында күберәк яҙығыҙ!

 Һуғышта ниҙәр генә булмай! Күреүебеҙсә, яу яланында пулялар һыҙғырыуынан, хәүеф һағалауынан тыш, батырлыҡҡа ла, хатта мөхәббәткә лә, ҡыҙыҡлы хәлдәргә лә урын бар. Яугир менән осрашыуға килгән Борай районы хакимиәте башлығының беренсе  урынбаҫары Гемир Хәзетдин улы Нуретдинов тап шундай ғәжәп осраҡ тураһында һөйләне.

– Егеттәрҙе призывной пунктта оҙатҡан мәлдә Артурҙың күңелен күтәрмәксе булып, “әйҙә һиңә бәлә-ҡазанан һаҡлаусы доға яҙып бирәйем, яртыһын үҙеңдә һаҡларһың, ә мин ҡалған яртыһын сейфҡа һалып ҡуйырмын. Ололар тап шундай әмәлдең көслө һаҡлағыс булыуына ышана бит, зыян булмаҫ, доға һинең ҡайтыуыңды көтөп ятыр”, тим. Риза булды. Ике тапҡыр яраланып ҡайтты, доға һаман да сейфта ята әле.

Шундай уҡ доғаны аҙаҡ туған тейешле егетте оҙатҡанда ла яҙып бирҙем. Яртыһын үҙемдә ҡалдырҙым. Ҡыҙығы алда. Бер мәл ҡустым,”Ҡытай” позывнойлы яугир, Амур өлкәһенән шылтырата. Госпиталдә дауаланып ята икән. “Ағай, Артур ҙа бында, көтмәгәндә осраштыҡ”, ти. Артур ҙа аптырашта ҡалған: ”Төрлө частарҙә хеҙмәт итеп, әллә ҡайҙағы Амур өлкәһендә нисек Нариман менән бер госпиталгә эләктек икән?” – ти. Доға көсөнөң бында ҡыҫылышы булғандырмы-юҡмы, белмәйем, әммә яҡташтарҙың алыҫ тарафтарҙа бер туғандай ҡосаҡлашып осрашыуҙарына бик шатландым, – ти Гемир Хәзетдин улы.

 “Борай”ҙың яңы йортонда бөгөн дә “фәрештәләр” етерлек. Әсәһе Илида ханым, һеңлеһе Флисә яугиргә һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер, ҡәҙерле кешеләренең тиҙерәк аяҡҡа баҫыуын уларҙан да нығыраҡ көткән кеше юҡтыр ҙа. Ҡыйыу улдар үҫтергән ғаиләгә именлек, бәхетле көндәр теләйбеҙ.

 Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас