Геройҙар дәүере
11 Ноябрь 2024, 03:55

Өс ул атаһына рәхмәт белдерелгән

Хәрби миҙалдары яҡташыбыҙҙың  ҡыйыулығын, фиҙакәрлеген һәм героизмын таныу тигән һүҙ.

Өс ул атаһына рәхмәт белдерелгәнӨс ул атаһына рәхмәт белдерелгән
Өс ул атаһына рәхмәт белдерелгән

Ҡырмыҫҡалы районының Илтирәк ауылынан махсус хәрби операцияға үҙ теләге  менән киткән “Феникс” позывнойлы яугирҙең батырлығы дәүләт наградалары менән билдәләнгән. Суворов, генерал Шайморатов,”Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға” миҙалдары  – уның хәрби бурысын үтәгәндә  ҡыйыулығын, фиҙакәрлеген һәм героизмын таныу тигән һүҙ. Әлеге ваҡытта ул элемтә начальнигы булып хеҙмәт итә – “Башҡортостан” уҡсылар полкында танк батальоны взводы командиры, тип яҙа “Кармаскалинская новь”.

Былтыр май айында “Феникс”  Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. ”Миңә барырға кәрәк. Ундағы егеттәргә, Тыуған илде һаҡлауҙа ярҙамым тейер, тип уйлайым”, тип, һүҙенән ҡайтмаясағын беллерҙе”, – тип һөйләй ҡатыны.

 “Феникс” Өфөлә тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында уҡый. Армия хеҙмәтен үтә, транспорт өлкәһендә эшләй. Ҡатыны менән өс ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Балалары үҫеп еткәс, ата-бабаларының тыуған яғы Илтирәккә ҡайтып төпләнәләр.

Яңыраҡ Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров исеменә Сергей Зорин исемендәге танк батальоны командованиеһынан Рәхмәт хаты килгән. Унда “Феникс”тың хәрби бурысын өлгөлө үтәүен, профессионализмын  билдәләгәндәр. Яҡташыбыҙҙы лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ һәм уға һаулыҡ, именлек теләйбеҙ!

Фото: https://vk.com/karmaskaly_rayon

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас