Бөгөнгө геройыбыҙ – «Танкист» позывнойлы Бүребай ауылы егете. Ул махсус хәрби операция биләмәһендә Херсон йүнәлешендә йылдан ашыу танкист булып хеҙмәт итә.
–2-се Бүребай мәктәбенән һуң, Аҡъяр һөнәрселек училищеһын тракторсы-машинист, ауыл хужалығы производствоһы мастеры һөнәре буйынса тамамланым. Ҡулыма повестка алғас, РФ Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә ҡарар иттем һәм өс йыл дауамында Мәскәү өлкәһе Наро-Фоминск ҡалаһында Кантемировка танк дивизияһында хеҙмәт иттем. Контракт срогы бөткәс, тыуған яғыма ҡайтып, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының механик цехында эшләй башланым. Һуңынан предприятиеның Октябрь руднигында шахтёр булдым. Артабан Байкал аръяғы крайында Чита янындағы шахтала вахта ысулы менән эшләнем, – тип башланы һүҙен «Танкист».
Бәләкәйҙән ҡыйыу, илһөйәр, тик тормаҫ, эшлекле егет дәүләтебеҙгә хәүеф янағанда өйҙә ултырып ҡала алмаған. Тыуған ил саҡырыуын ҡабул итеп, беҙҙең тыныс, имен тормошобоҙ хаҡына мәҡәлә геройы махсус хәрби операцияла үҙ ирке менән ҡатнашырға теләк белдерә.
– Патриот һәм элекке танкист булараҡ, үҙемде илебеҙгә кәрәкле булыуын тойоп, 2023 йылдың сентябрендә контракт төҙөнөм. Шунан алып алғы һыҙыҡта, контактлы хәрби хәрәкәт зонаһында хеҙмәт итәм. Дошман һөжүмгә күсергә маташа, ә беҙ уларҙы үткәрмәйбеҙ. Танкист-наводчик булараҡ, хәрби бурысты үтәгәндә, орудиенан танк командиры күрһәткән йәки үҙаллы асыҡланған дошман техникаһына һәм позицияларына ҡаршы ут асам. Танкыбыҙ төҙөк – техника үҙен ҡарағанды ярата. Айырыуса һуғыш барған ерҙә ул ышаныслы булырға тейеш. Егеттәр менән тиҙ арала уртаҡ тел таптым, иптәштәр-дуҫтар барлыҡҡа килә башланы. Әйткәндәй, мин хеҙмәт иткән батальондың төрлө подразделениеларында 18 яҡташым бар. Улар менән күрешеп, аралашһаң, үҙеңде тыуған яғыңа ҡайтҡандай хис итәһең, – тип һөйләне әңгәмәсем.
– МХО-ға барырға ҡурҡманыңмы, контракт төҙөгәнгә үкенмәйһеңме? – тип һорашам.
– Юҡ, мин ҡурҡмайым һәм быға һис тә үкенмәйем. Сөнки һәр бер ир-егеттең төп бурыстарының береһе – Ватанды һаҡлау. Контракт төҙөргә теләүселәргә шуны әйтергә теләр инем: тәү сиратта күңелдә яҡындарыңды, Тыуған илеңде һаҡлайым тигән маҡсат, ынтылыш булырға тейеш. Беҙ бында һуғышырға түгел, ә һаҡларға, яҡларға килдек. Махсус операциялағы яугирҙәрҙең кәйефе насар түгел. Беҙҙең егеттәр, ғөмүмән, ауырлыҡтар алдында бирешеп бармай, берҙәмдәр, состар. Бында тейешле шарттар булдырылған, бар кәрәкле нәмәләр менән тәьмин ителгәнбеҙ. Хәйбуллаларҙың ярҙамын тоябыҙ, гуманитар йөк килеп тора. Тыуған яҡтан килгән ниндәй ҙә булһа ярҙам – ойоҡтар, көн дә кәрәкле әйберҙәр, бер тапҡыр ҡулланылған һауыт-һаба һәм башҡалар барыһы ла хәрби рухты күтәрергә булышлыҡ итә. Хәрби техниканы, окоп-блиндаждарҙы һәм һалдаттарҙы ҡурсалаған маскировкалау селтәрҙәре даими һәм айырыуса бик ныҡ кәрәк, унһыҙ бында мөғәләмә итеү мөмкин дә түгел, ә күпмелер ваҡыт үтеү менән улар йыш ҡына сафтан сыға башлай һәм тиҙ арала алмаштырыуҙы талап итә. Шуға күрә ошо матур бәйләнеш киләсәктә лә өҙөлмәһен ине. Ҡәҙерле яҡташтарыма, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповҡа, «Тыуған тыл. Хәйбулла» төркөмө етәксеһе Юлиә Ғәлиеваға, «Балта» коворкинг үҙәге етәксеһе Рәмил Билаловҡа оло рәхмәтлебеҙ! – тине «Танкист».
Илебеҙ һағында торған яҡташтарыбыҙға әллә күпме һынауҙар үтергә тура килгән – уларҙың күңел яраларын яҡындары һәм тыныс тормош ҡына дауалай ала... Иҫән-һау, тиҙерәк тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтығыҙ, яугирҙар!
Авторы: Раян Атанбаев.
БЕЛЕШМӘ
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Өфөлә "Төнъяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин.
Пунктты Өфө, Элеваторная урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18-65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай.Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк.
Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар фонды, өс тапҡыр ашатыу хеҙмәте ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә Өфө ҡалаһы бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү күләмен 300 меңдән 400 мең һумға тиклем арттырҙы. Стәрлетамаҡтар ҙа контрактсыларға ошо сумманы түләйәсәк. Шулай итеп, эш хаҡын иҫәпкә алғанда, түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 3 825 000 һум тәшкил итәсәк.
Башҡортостан контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.