“Сенокос – Зианчура” тигән видеояҙмаһы менән киң танылыу тапҡан Самат Аҙнабаев махсус хәрби операцияға киткән.
Ейәнсура районында йәшәгән һәм бесәндә бейегән видеоһы бөтә интернет селтәренә киң танылыу яулаған Самат Аҙнабаев махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған. Ул Башҡорт Үргене ауылынан. Ейәнсураның “Танцор дискоһы” булып танылды, хатта Мәскәүҙә Андрей Малаховтың телетапшырыуында ла ҡатнашып ҡайтҡан ине.
Ейәнсура районы хакимиәте белдереүенсә, яугир Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән һәм МХО биләмәһенә хеҙмәт итергә киткән.
"Уның алты балаһы, бына тигән ғаиләһе бар. Йәшенә ҡарамаҫтан, Самат ҡыйыу ҡарар ҡабул итеп, Ватаныбыҙ һағына баҫты. Башҡорт Үргене ауылынан күп ир-егеттәр батырҙарса дошман менән алыша. Беҙ уның менән бәйләнештәбеҙ һәм ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ", - ти муниципалитет хакимиәтендә эшләгән Рәмил Мырҙабулатов. Иҫән -һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Фото: телеграм.