Һалдаттар үҙҙәре күпләп мейес һораған. "Башҡортостан Диңгеҙ йыйылышы" ойшмаһының Бүздәк филиалы рәйесе Рәмил Лоҡманов билдәләүенсә, бындай мейестәр ялан шарттарында файҙаланыу өсөн бик уңайлы. Мәҫәлән, уны йылытыу өсөн окоп шәме етә, ул уртаса 5-6 сәғәткә тиклем яна. Мейестәрҙә аҙыҡты йылытырға, бирсәткә, ойоҡбаштарҙы киптерергә мөмкин, бина ла йылытыла. Унан төтөн сыҡмай тиерлек, дошманға күренмәүе бигерәк тә мөһим. Яугирҙәр был мейестәрҙе блиндаждарҙа ҡуллана. Уларҙы эшләү өсөн фреон аҫтынан баллон, тоташтырыусы йыһаздар һәм иретеп-йәбештереүсенең оҫталығы кәрәк.
Артем Ғимаев етәкселегендәге Бүздәк металл прокаты заводы коллективы махсус хәрби операция зонаһына гел ярҙам ҡулы һуҙа. Предприятиеның баш механигы Илдар Ғимаҙетдинов үҙе лә ҡыҙыу нөктәләрҙә командировкала булған, шуға күрә тылға ярҙам итеүҙең һәм армияны тәьмин итеүҙең нимә икәнен һәйбәт белә. “Завод иретеп-йәбештереүселәре тиҙ арала эшкә тотондо һәм бер нисә көн эсендә һигеҙ мейесте йыйҙы”, - тип һөйләне ул. Иретеп йәбештереүселәр Фән Миңлебаев һәм Вәзир Гәрәев, әйткәндәй, Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугирҙәр. Мейестәрҙе тиҙ һәм сифатлы итеп әҙерләү өсөн ял көндәрендә лә эшкә сығалар.
- Һәр кем фронтҡа мөмкин тиклем ярҙам итергә кәрәклеген аңлай. Тик башларға ғына кәрәк, беҙ яугирҙарыбыҙға ярҙам итергә тейешбеҙ, армия тыл менән көслө. Райондың башҡа ҙур предприятиеларын да дөйөм эшкә ҡушылырға саҡырабыҙ, сөнки алда ҡыш. Һалдаттарға йылынырға ла, кейемдәрен киптерергә лә кәрәк, - ти Илдар Ибраһим улы.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы “Бүздәк хәбәрҙәре” гәзите.