Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
15 Ноябрь , 20:00

Луганск халҡы беҙҙең табиптарға рәхмәтле

"Красный Луч ҡалаһынан һәм уның эргәһендә урынлашҡан ауыл-ҡасабаларҙан барлығы 50 меңдән ашыу кешене ҡабул иттек. Балаларҙы медицина тикшереүе менән тәьмин итеүҙе 100 процентҡа үтәүгә өлгәштек", - ти Тимур Наил улы. 

Луганск халҡы беҙҙең табиптарға рәхмәтле
Луганск халҡы беҙҙең табиптарға рәхмәтле

Илебеҙҙең яңы төбәктәрендә, айырыуса Башҡортостан шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡалаһында республика табиптары һуңғы ике-өс йыл дауамында фиҙакәр хеҙмәт вахтаһы алып бара. Аҡ халатлылар тарафынан бында иҫ киткес ҙур һәм маҡтауға лайыҡ эштәр башҡарыла. Луганск Халыҡ Республикаһында командировкала булғаныбыҙҙа Башҡортостандың 24-се медицина хеҙмәткәрҙәре бригадаһы етәксеһе Тимур Наил улы Шәрипов һәм рентген-лаборант Зөлфиә Ринат ҡыҙы Әхмәрова менән осраштыҡ. Ирле-ҡатынлы табиптар бында тәүге тапҡыр ғына түгел.

Тимур Шәрипов Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында рентген бүлеге мөдире булып эшләй. Тәүге тапҡыр Луганскиға 2023 йылдың ноябрендә килә һәм өс айҙан ашыу эшләп ҡайта. Ике командировка барышында уға дүрт сменала эшләргә, шуларҙың өсәүһендә етәксе булырға тура килә. Беҙ унан бындағы хеҙмәт үҙенсәлектәре тураһында һораштыҡ.

– Эш башлағандан алып статистика алып барабыҙ. Красный Луч ҡалаһынан һәм уның эргәһендә урынлашҡан ауыл-ҡасабаларҙан барлығы 50 меңдән ашыу кешене ҡабул иттек. Балаларҙы медицина тикшереүе менән тәьмин итеүҙе 100 процентҡа үтәүгә өлгәштек. Улар хәҙер кәрәк булған осраҡта ҡабаттан мөрәжәғәт итә, табиптарыбыҙҙа дауалау ала. Беҙҙең ҡарамаҡта республика ебәргән “УАЗик” автомобиле бар, шуның менән күсмә ҡабул итеүҙәр ҙә ойошторабыҙ. Был машинала үҙебеҙ менән барлыҡ кәрәкле медицина ҡорамалдарын алып йөрөтөү мөмкинлеге бар, – тип һөйләне Тимур Наил улы.

Ул етәкләгән бригада туғыҙ белгестән тора. Улар иҫәбендә – балалар хирургы, эндокринолог, неонатолог, реаниматолог, рентгенолог, педиатр, күҙ табибы. Башҡортостан вәкилдәре бындағы эште халыҡты диспансерлаштырыуға йәлеп итеүҙән башлай, сөнки йылдар буйы табипҡа күренмәгән, сирле булып та, диагноз ҡуйылмаған, тейешле дауалау алмаған кешеләр ныҡ күп була.

– Ошо ваҡыт эсендә бихисап халыҡты ҡабул итеп, уларҙың сәләмәтлеген тикшереүгә өлгәштек. Күптәрҙә етди сирҙәр, яман шеш осраҡтары асыҡланды. Улар иҫәпкә ҡуйылып, дауалау ала. Күптәр табиптар ҡушҡанды теүәл үтәй, даими тикшерелеп тора. Кәрәк тип тапһаҡ, сирлеләргә үҙебеҙҙең республиканың, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларының дауалау учреждениеларына операция яһатыуға йүнәлтмә бирәбеҙ. Йөрәк сирлеләрҙе башлыса Республика кардиология диспансерына ебәрәбеҙ, – ти Башҡортостан табиптары етәксеһе.

Әлеге ваҡытта төп эшмәкәрлек амбулатор ҡабул итеүгә йүнәлтелгән. Бер үк мәлдә стационар дауалау ҙа ойошторолған. Шуға күрә Башҡортостан табиптары поликлиникаларҙа ла ҡабул итә, дауаханаларҙа ла эшләй. Мәҫәлән, реаниматологтар бала тыуҙырыу, операциялар мәлендә ярҙам итә.

Беҙҙең әңгәмәгә Зөлфиә Ринат ҡыҙы ла ихлас ҡушылды. Ул былтырғы хеҙмәт вахтаһында ла тормош юлдашы менән бергә булған.

– Бында эшкә килеүемә ике сәбәп булышлыҡ итте: беренсенән, ирем менән бергә булыу, икенсенән, Башҡортостан табиптары башҡарған ҙур һәм кәрәкле эшкә үҙ өлөшөмдө индереү теләге. Икәү бергә булғанда күпкә еңелерәк. Эшкә килгәндә артыҡ ҡурҡыу, шөбһәләнеү булманы. Беҙ ирле-ҡатынлы булһаҡ та, бында тәү сиратта бер-беребеҙгә медицина хеҙмәткәре булараҡ ҡарайбыҙ, сөнки ни тиклем яуаплы бурыс башҡарыуыбыҙҙы яҡшы аңлайбыҙ, – ти Зөлфиә Әхмәрова.

Зөлфиә Ринат ҡыҙы ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт дауамында үҙенә ярҙамсы әҙерләп тә өлгөргән. Ошонда тыуып үҫкән 23 йәшлек шәфҡәт туташын бер ай дауамында өйрәтеп, рентген-лаборант һөнәренең серҙәренә төшөндөргән.

– Башта ул ҡыҙ компьютер томографияһын өйрәнеүҙән ҡырҡа баш тартҡайны, тулыһынса төшөнә, эшләй алмаҫмын, тип ҡурҡты. Беҙ уның һәләтле булыуын башта уҡ абайлағайныҡ, шулай булып сыҡты ла: бер ай эсендә өйрәнде. Әле яңы йүнәлештәге хеҙмәте үҙенә ҡыҙыҡ, – ти Зөлфиә Ринат ҡыҙы.

Хәҙер инде ул, хеҙмәт вахтаһы тамамланып, Башҡортостанға ҡайтҡһа ла, эшен дауам иткән белгес булғанына ҡыуана. 

Башҡортостан табиптары Луганскиҙа урындағы халыҡты ҡабул итеү, дауалау менән бер рәттән яугирҙәргә лә медицина ярҙамы күрһәтә. Яу яраларынан тыш, кеше башҡа төрлө сирҙәр менән ауырып китеүе лә ихтимал: кемдеңдер биле ауырта, ҡан баҫымы үтә юғары, ашҡаҙаны сирлеләр ҙә йыш осрай. Бындай осраҡта хәрби часть етәкселеге дауахана табиптарына мөрәжәғәт итеп, яугирҙәрҙе улар ҡулына тапшыра. Дауаханаларҙа хәрбиҙәр өсөн айырым койка-урындар бүленгән. Уларҙа Башҡортостан яугирҙәрен генә түгел, башҡа төбәктәрҙән хеҙмәт иткән егеттәрҙе лә һис һүҙһеҙ ҡабул итәләр, дауалайҙар.

Табиптар араһында Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, хәрби госпиталдәргә хеҙмәткә юлланыусылар ҙа күп кенә. Мәҫәлән, Зөлфиә Ринат ҡыҙы менән Тимур Наил улы ошоғаса бергә эшләгән бригадаларҙан алты табиптың хәрби тормошто һайлауы тураһында ғорурланып һөйләне. Улар шулай уҡ республика етәкселегенә ихлас рәхмәтен еткерҙе.  

– Бөгөн беҙҙең ҡарамаҡта балалар һәм өлкәндәр өсөн ультратауышлы тикшереү аппараттары, ҡан, бәүел анализаторы, ЭКГ, табипҡа тиклемге тикшереү аппараттары бар. Республикабыҙ тейешле ҡорамалдар йәһәтенән ҙур ярҙам күрһәтә. Бының өсөн рәхмәт! Етәкселек яугирҙәр янына барғанда мотлаҡ беҙҙең янға ла килә, эштәр барышы, нимәгә мохтаж булыуыбыҙ менән ҡыҙыҡһына. Урындағы халыҡ көтөп ала, ихлас рәхмәтен белдерә, үҙ күреп, “беҙҙең” табиптар тип атай, ­– ти Башҡортостан белгестәре.

Авторы - В. УРАЗБАЕВ.

Луганск Халыҡ Республикаһы.

Автор фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: