Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
15 Ноябрь , 17:15

Һәр кемгә айырым мөнәсәбәт

"Ватанды һаҡлаусылар" фондының Күгәрсен районы  филиалы Зәйнәб Биишева урамында, 104 адресы буйынса күп функциялы үҙәк бинаһында урынлашҡан. Ошонда уҡ ауыл биләмәһе хакимиәте, ғаиләләргә  психологик һәм башҡа төр ярҙам күрһәткән “Мораҙым” ғаилә үҙәге  белгестәре лә эшләй. “Беҙгә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ветерандарҙың ғаилә ағзалары мөрәжәғәт итә. Федераль, республика ҡануниәтендә һәм урындағы үҙидара органдарының норматив документтарында ҡаралған социаль ярҙам саралары төрҙәре исемлеге барыһына билдәле, беҙ һәр бер мөрәжәғәтте иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Медицина, бушлай юридик ярҙам, мәшғүллек үҙәгенә ҡағылышлы мәсьәләләр, хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын алыу механизмын аңлатабыҙ”, - ти Эльза Теүәлбаева.

Һәр кемгә айырым мөнәсәбәт
Һәр кемгә айырым мөнәсәбәт

Социаль координатор ярҙамында быйыл “Шатун” ҡушаматлы яугирҙең Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжында уҡыған ҡыҙы ,“Чех” ҡушаматлы яугирҙең Ишембай колледжында уҡыған улы сертификат буйынса түләүһеҙ уҡыуға күскән.

“Республика Мәғариф министрлығына ла үҙем шылтыраттым, аҙаҡтан военкоматтан справка алдылар”, - ти яугирҙәрҙең, ғаилә ағзаларының проблемаһын үҙенекеләй ҡабул итеп өйрәнгән Эльза Садиҡ ҡыҙы. Махсус хәрби операцияла улдары һәләк булған әсәләр - Миңзәлә Сәйетҡолова, Рәйсә Абдулова, Гүзәл Алтынбаева “Йәшел сауҡалыҡ”, "Яҡтыкүл" санаторийына барып ял иткән. “Историк” ҡушаматлы яугир ҡыҫҡа ғына отпускыһында ғаиләһе, балалары менән ял йортонда һаулығын нығытҡан. “Фонд булдырылғандан алып 870-тән ашыу кеше мөрәжәғәт итте. Миҫалдар бик күп, көн һайын ниндәйҙер мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ”, - ти социаль координатор Эльза Теүәлбаева.

Һәр кемгә айырым мөнәсәбәт
Һәр кемгә айырым мөнәсәбәт
Һәр кемгә айырым мөнәсәбәт
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: