Өфөләге Көрәш һарайы алдындағы майҙанда Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә 138-се гуманитар конвой оҙатылды.
Тантанала «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары вәкәләттәрен ваҡытлыса башҡарыусы, Федерация Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Якушев, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Алтай Республикаһы Башлығы, төбәк Хөкүмәте рәйесе Андрей Турчак һәм Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин ҡатнашты.
Гуманитар йөк составында – 14 автомобиль, 10 мотоцикл, ағас-таҡта, күсмә мунсалар, маскировка селтәрҙәре, кейем-һалым, автомобилдәр өсөн запас частар, төҙөлөш инструменттары һәм материалдары, окоп шәмдәре, «буржуйка» мейестәр, йылытыу пушкалары, медикаменттар һәм посылкалар.
Йөктө әҙерләүҙә республиканың төрлө кимәлдәге власть органдары, муниципалитеттарҙың хакимиәттәре, йәмәғәт ойошмалары һәм төбәк халҡы ҡатнашты. Ярҙам йыйыу шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәләрендә һәм Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабында ойошторолдо.
Автоколоннаны оҙатыр алдынан Владимир Якушев гуманитар ярҙам ташыуҙа ҡатнашҡан водителдәр менән һөйләште.
- Һеҙ бик етди һәм мөһим бурыс башҡараһығыҙ. Күптәрегеҙ беренсе тапҡыр ғына бармай. Эшегеҙҙе сифатлы итеп башҡарыуығыҙға һәм йөктө имен-аман алып барып еткереүегеҙгә ышанам, сөнки уны унда һеҙҙе бик ныҡ көтәләр, - тине Владимир Якушев.
Радий Хәбиров гумконвой водителдәренә эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уларға хәүефһеҙ юл теләне. Денис Пушилин хәрби операция яугирҙәренә ярҙам күрһәтеүҙең һәм төбәк властары яғынан хәстәрлектең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Владимир Якушев һәм Радий Хәбиров гуманитар ярҙам йыйыу менән шөғөлләнгән ирекмәндәр менән дә аралашты. Улар араһында мәктәп уҡыусылары, пенсионерҙар, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары бар. Һәр береһе үҙ өлөшөн индерергә тырышҡан. Мәҫәлән, Йылайыр районынан өсөнсө класс уҡыусыһы Софья һуғышсылар өсөн тәм-том һәм аҙыҡ-түлек һалынған ҡап әҙерләгән. Йәшниктең тышына ул: «Атайым яратҡан нәмәләрҙең барыһы ла ошонда», - тип яҙған. Ул ҡыҙҙың атаһы, махсус хәрби операция барышында һәләк булған. Башҡортостан Башлығы уҡыусы һәм уның әсәһе менән аралашты, Башҡортостанда йәшәүселәрҙең яугирҙәргә күрһәткән ярҙамының ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
Сығанаҡ: glavarb.ru