Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
18 Ноябрь , 23:30

Аяҡҡа баҫырға ярҙам иткән барыһына ла рәхмәтле

Республиканың Өфө районында ветерандар һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән Алина Чудова шөғөлләнә.

Аяҡҡа баҫырға ярҙам иткән барыһына ла рәхмәтле
Аяҡҡа баҫырға ярҙам иткән барыһына ла рәхмәтле

Башҡортостанда махсус операция ветерандарына һәм унда ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының социаль координаторҙары комплекслы ярҙам күрһәтә. Республиканың Өфө районында ветерандар һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән Алина Чудова шөғөлләнә.

Алина Алифовна уларҙың тормошо менән һәр саҡ ҡыҙыҡһына, уларға ярҙам саралары, реабилитация, уҡытыу һәм эшкә урынлашыуҙың яңы мөмкинлектәре тураһында һөйләй. Социаль координатор РГСУ-ның (Рәсәй дәүләт социаль университеты) һәм «Кибатлетика» союзының МХО-ла яраланғандарҙы комплекслы реабилитациялау буйынса пилот проекты тураһында белгәс, Илгиз Ахуновҡа анкета ебәрә. Илгиз пилот проектының реабилитация төркөмөнә эләгә һәм, медицина тикшереүе үткәндән һуң, махсус программа буйынса башҡалар менән бергә ике аҙна шөғөлләнә. Дәрестәрҙе тәжрибәле инструкторҙар үткәрә, уларға РГСУ студент ирекмәндәр ярҙам итә.

Илгиз Ахунов аяҡҡа баҫырға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәтле. Айырыуса реабилитация программаһында ҡатнашырға кәңәш итеп, документтарҙы әҙерләп ебәреүҙә ярҙам иткән социаль координатор Алина Чудоваға.

Проектта ҡатнашҡандарға программа буйынса реабилитация, йәшәү, туҡланыу һәм дәрестәр үткәрелгән урынға тиклем юл бушлай.

Фондтың республика филиалы эшмәкәрлеге тураһында тулыраҡ бында: https://vk.com/public220653548

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан.

Эш ваҡыты: 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, ял көндәре юҡ.

Консультацияға алдан яҙылыу өсөн телефон : 8 (347) 268-01-02.

Фото: "Ватанды һаҡлаусылар" фонды.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: