Махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан "Спутник" позывнойлы яугир ялын тыуған ере - Хәйбулла районында ғаиләһе эргәһендә уҙғарыуҙы хуп күрә.
Ул махсус хәрби операция биләмәһенә 2024 йылдың мартында үҙ теләге менән юллана. Уның ике ҡыҙы менән ҡатыны ла Ватанды һаҡлау изге бурыс икәнлеген яҡшы аңлай. Геройыбыҙ артыҡ һүҙсән түгел. Яҡындарына махсус хәрби операция тураһында һөйләмәҫкә тырыша. Илебеҙҙең дошманды еңәсәгенә ышанысы көслө.
“Мин ике йыл Мурманск өлкәһендә диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт иттем, водитель инем, элемтәселәр йөрөттөм. Беҙҙең хәрби часть "Спутник" тип атала ине, унда бөтә егеттәр ҙә уң яурынына часть исеме яҙылған татуировка эшләтә ине, һәм мин дә эшләттем. Үҙеңә ниндәй позывной алырға булғанын һайлағас, уйлап тормайынса, минең позывнойым "Спутник" булыр, тигән фекергә килдем”, - ти яугир.
Хәйбулла яугире ваҡытлыса ялын ғаиләһе янында үткәрә, улар һәр минутты бергә булырға, күмәкләшеп ял итергә тырыша. Ни тиһәң дә ғаиләнең бергә йыйылған саҡтары ла бик һирәк. Өлкән ҡыҙҙары Эвелина Сибай медицина колледжында белем ала. Ул буласаҡ шәфҡәт туташы, атаһын яҡшы аңлай, һәр саҡ хәбәрләшеп торалар. Бәләкәс Розалинаға алты йәш, ул балалар баҡсаһына йөрөй.
“Ирем былтыр уҡ махсус хәрби операцияға китергә теләгәйне, ләкин мин быға ҡаршы инем. Ул Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында слесарь булып эшләне, быйыл яҙ килешеүгә ҡул ҡуйған. Мин, был уның һайлауы, иң мөһиме, үҙеңде һаҡлау, тинем. Ул китергә йыйынған көндө ағаһы менән ҡустыһын саҡырып: "Ағай, мин дә һинең менән МХО-ға китәм", - тине. Төштән һуң ул контрактҡа ҡул ҡуйҙы, кискә күнекмәләр булды, ә төшкә табан юлға сыҡты”, - ти яугирҙең ҡатыны.
Беҙ “Спутник” ка һәм уның ғаиләһенә матур ялдар һәм тиҙерәк һуғыш бөтөп, һәр яугир үҙ ғаиләһенә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
БЕЛЕШМӘ
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
мӨфөлә "Төнъяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин.
Пунктты Өфө, Элеваторная урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18-65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай.Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк.
Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар фонды, өс тапҡыр ашатыу хеҙмәте ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә Өфө ҡалаһы бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү күләмен 300 меңдән 400 мең һумға тиклем арттырҙы. Стәрлетамаҡтар ҙа контрактсыларға ошо сумманы түләйәсәк. Шулай итеп, эш хаҡын иҫәпкә алғанда, түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 3 825 000 һум тәшкил итәсәк.
Башҡортостан контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.
Фото: "Хайбуллиский вестник"