Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
19 Ноябрь , 17:00

“Тыуған илгә ҡалҡан булайыҡ!”

Ә снайпер йоҡламай – пулялары баш осонда шыйҙай ғына. Яралы яуҙаштарымды ҡалай ҙа ҡыуып еттем. Әммә дошман артабан барырға бөтөнләй ирек бирмәй. Шунда иптәшем «Че, әйҙә ятып торайыҡ, үлгән икән тип уйлаһындар, ти...

“Тыуған илгә ҡалҡан булайыҡ!”
“Тыуған илгә ҡалҡан булайыҡ!”

Ҡәһәр һуҡҡыр дошман...

“...Хәрби операцияла һәләк булған районыбыҙ егеттәрен һуңғы юлға оҙатҡанда, йәшәп тә өлгөрмәгән йәштәр ныҡ йәл булды. Ут яланында улар түгел, тормоштоң әсе-сөсөһөн күргән беҙ булырға тейешбеҙ, тип ҡәтғи ҡарарға килдем. Унда барғас та штабта ултырмаясығымды белдерҙем. Учалынан Шамил Алмарҙанов менән киттек. Ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сигенеүҙе ҡаплағанда һәләк булды”, - тип башланы һүҙен әңгәмәсем.

Артур Йәдкәр улы алтмышын тултырһа ла, уға йәштәрсә еңеллек хас. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында 27 йыл хеҙмәт иткән, отставкалағы подполковник. Хаҡлы ялға сыҡҡас, күкрәк тултырып иркен тын алырға, тәбиғәткә яҡыныраҡ булырға теләй ул. Әммә эш әле башланған ғына икән...

Хәрби комиссариат юлын тапай торғас, 2022 йылдың 22 июнендә алалар Артур Ғайназаровты махсус хәрби оперцияға. Ул«Барс-6» штурм отрядында хеҙмәт итә.

  – Позывнойға килгәндә, Че Гевара тураһында китабым бар. Куба милли банкының президенты була тороп, ул иле өсөн һуғышҡа киткән. Өҫтәүенә, ысын күңелдән беҙҙең илде, Советтар Союзын  яратҡан. Мине үҙ подразделениеһына алған командир,   Че Гевараны хөрмәт иткәнде, уның менән ҡыҙыҡһыныуымды белгәс, күп уйламай, исемен таҡты. Ғәҙәттә, позывной кешенең есеменә тап килә. Бер яугирҙың позывнойы, мәҫәлән, “Ергән” ине. Беренсенән, был уның тыуған ауылына ишара. Икенсенән, атама “ер” һәм “ҡан” һүҙҙәренән (ер-ҡан) килеп сыҡҡан һәм Ергән ере өсөн ҡан түккәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ҡаты яраланыуына ҡарамай, госпиталдә дауаланыуҙан баш тартып, яу яланына кире ҡайтыуы ла шул турала һөйләй. “Башҡорт” позывнойлы яугирҙәр байтаҡ, ул егеттәр ҙә тыуған төйәгебеҙҙең ысын патриоттары, –  ти Артур Ғайназаров.

13 августа ул икенсе тыуған көнөн билдәләй. 62 йәшлек Питер уҙаманы Александр Еленский менән Санкт-Петербургта осрашырға тип һөйләшкән улар, ләкин дуҫы түҙмәй, тағы яу яланына сығып киткән. Тап яралы Александр Артурға автомат яһап биреп торған. Берестяной ауылы янында булған был хәл. Ташландыҡ бинала патрондар ятҡанын күреп, бөтмөр яҡташыбыҙ уларҙы тоҡҡа йыйып  алған. Яуҙаштарының береһе ҡайҙандыр арба табып, унда шул тоҡто, ун литр һыу тейәп алалар. Һуңынан тап дошман патрондары яугирҙәрҙең ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалған.

 –Ул яу һуңғыһы булыр, тип уйлағайным, дөрөҫөн әйткәндә. Ҡаты алыш булды. Дошман аяу белмәй, төрлө яҡтан ҡамай. Саша, аяғыңды йәшер, тием Всеволодычҡа. Ике тапҡыр рәттән бер воронкаға эләкмәй ул тигәненә күп тә үтмәне, дошман ярсығы бот итенә килеп тә ҡаҙалды.  Бинт менән бәйләп, ике яралыға ла һыҙланмаһындар өсөн укол ҡаҙаным. Бына һиңә тоҡ тип, патрондарҙы Еленскийға тапшырҙым. Үҙем һәр ҡулға бер автоматтан атам. Отрядҡа баш күтәрергә бирмәй бит ҡәһәр һуҡҡыр дошман. Төнөн күреү приборҙары бар, беҙҙең арттан көндөҙгөләй тоҫҡап аталар. Башҡаса әмәл ҡалмағас,  төтөн шашкаларын ырғытып,  ҡалған егеттәргә сигенергә команда бирҙем. Төтөн пәрҙәһе таралғансы, уларҙан елдәр иҫкәйне инде.  Хәҙер прицел аҫтында беҙ генә ҡалдыҡ. Ике яуҙашыма, инде үҙебеҙгә сығырға кәрәк, мин атам  – һеҙ шыуышаһығыҙ, тием. Юҡ, беҙҙе барыбер ҡотҡаралар, артыбыҙҙан киләләр ул, тип ҡуҙғалмайҙар былар. Улай булғас, мин сығып, дошмандың иғтибарын үҙемә алам, ә һеҙ китегеҙ, тип, воронканың икенсе яғына күсеп, ул яҡтан ата башланым. Дошман ут яуҙыра. Ике яуҙашым ҡасып өлгөрҙө шулай ҙа. Кинәт тын булып ҡалды. Күпмелер ваҡыт үткәс яңынан атыш, шартлау тауыштары яңғыраны. Контузия алғанмын икән, ваҡытлыса һаңғырауланғанмын. Уңайлы мәл менән файҙаланып, үҙем дә шыуыштым тегеләр артынан. Ә снайпер йоҡламай – пулялары баш осонда шыйҙай ғына. Яралы яуҙаштарымды ҡалай ҙа ҡыуып еттем. Әммә дошман артабан барырға бөтөнләй ирек бирмәй. Шунда иптәшем «Че, әйҙә ятып торайыҡ, үлгән икән тип уйлаһындар»,  –  тигәс, ярты сәғәт ҡыбырламай шым ғына һөйләшеп яттыҡ. Был ҡотолоу Хоҙай тарафынан бүләк ителгән икенсе тыуған көнөбөҙ ул. Был яуҙа 19 кеше яраланды, 2 кеше һәләк булды. Сығып бөткәс, ике яуҙашыбыҙҙың кәүҙәһе артынан кире әйләнергә тура килде, - ти әңгәмәсем.

Дошманды ҡыуғанда

 – Үҙ теләге менән хәрби операцияға күп пенсионер хәрбиҙәр юлланды. Башта аҡса түләйҙәрме-юҡмы, ул хаҡта бер кем дә уйланманы. Тәү сиратта, илебеҙ һағында булырға теләнек, –  тип дауам итә ул.

Артур Ғайназаров «линейкала» (алғы һыҙатта) Попасное, Лисичанск, Горское тораҡ пункттарын  дошмандан азат итеүҙә ҡатнашҡан:

 – Горское ҡалаһында беҙҙе лицейҙа урынлаштырҙылар. Ябай халыҡ башта бик шикләнеп ҡараны. Ялан кухняһына саҡырып ашатып, ярҙам иткәндән һуң ғына асылдылар. Балалар  ғына баштан эскерһеҙ булды: һүрәттәр төшөрөп, хаттар яҙып ҡыуандырҙы. Ял минуттарында китапхананан берәй китап алып уҡыйым тиһәм, иҫ китте – рус телендә бер әҙәбиәт тапманым. Уның ҡарауы, Рәсәй дошмандары тәрбиәләгән, үҙҙәренсә боҙоп яҙылған тарих китаптары тулы кәштәләрҙә. Ысын тарих теркәлгән дәреслек тапмаҫһың унда. Минең аптырауыма оҙатыусым бында электән шулай булғанлығын әйтте, өйөндә һаҡланған  рус әҙәбиәтен тәҡдим итте. Шунда ысын фашистарға ҡаршы ҡорал тотоп сығыуыма тағы бер инандым.  Бандера, Гитлер портреттары, фашист свастикаһы тулы подвалдарҙы телевизорҙан да күргәнегеҙ барҙыр – был ысындан шулай.  Дошманды ҡыуғанда аҙ күрмәнек ундайҙы. Ғәҙәттә,  халыҡ беҙҙе  яҡшы ҡабул итте. Күбеһе йәш түгеп, рәхмәттәр уҡыны. Ләкин «Һеҙ бында ниңә килдегеҙ? Үҙ хәлебеҙҙе үҙебеҙ күрер инек әле»,  – тип әрләүселәр ҙә табылды. Аҙаҡ ул кешеләрҙең яҡындары беҙгә ҡаршы һуғышҡанлығы асыҡланды.

Ҡыҙыҡтар ҙа бар. «Әхмәт» полкын интернет өсөн генә эшләй, “Тик-ток ғәскәре”, тип  тә ебәрәләр. Уларҙы яуҙа күргәндәр бөтөнләй икенсе фекерҙә. «Әхмәт» махсус отряды чечендарҙан ғына тормай. Унда бөтә Рәсәйҙән күп милләт вәкилдәре ҡатнаша. Улар менән дә осрашырға тура килде. «Чечня, сәләм», - тип сәләмләһәм, бер яугир: «Юҡ, Өфө сәләм», –  тип йылмайып ҡаршыма килеп баҫты. Өфө егете булып сыҡты “Тизил” позывнойлы яҡташыбыҙ.  «Әхмәт» спецназы ҡаты һуғыша, тип һоҡланыуын йәшермәне ул.

Ә операцияға юлланыусыларға шуны  әйтәм: ялан, урман, окоп, ташландыҡ бина шарттарында көн итәсәкһегеҙ. Аяҡ кейеменең уңайлы булыуы бик мөһим. Шуның өсөн итектәр алдан кейелгән, аяҡ өйрәнгән булырға тейеш. Яңы аяҡ кейеме бер нисә сәғәт эсендә  аяҡты йөрөй алмаҫлыҡ итеп ышҡыуы мөмкин. Ҙур рюкзак булырға тейеш. Сөнки йәшәү өсөн бар кәрәк-яраҡ үҙегеҙ менән йөрөйәсәк. Сәғәт ономағыҙ. Тартмаһағыҙ ҙа, тәмәке алығыҙ. Уны алыш-биреш өсөн  файҙаланып  була. Туристар өсөн түшәк йәки каремат, уңайлы һәм сифатлы эске кейем, йылы ыштан, трикотаж башлыҡ, бирсәткәләр, тубыҡ, терһәк өсөн һаҡлағыстар, фонарь алырға кәрәк. Бинт, йод, зеленка, лейкопластырь, йылытыусы маздәр, активлаштырылған күмер, аскорбин кислотаһы кеүек медикаменттар мотлаҡ. Ҡапҡылап алырға шоколад та зыян итмәҫ, төшкө аш һәр саҡ эләкмәүе лә мөмкин,  –  тип кәңәштәрен бирә Артур Йәдкәр улы.

 

Тыуған яҡҡа ҡайтҡас...

Артур Ғайназаровтың  күкәрәгендә  «Ҡыйыулыҡ өсөн», генерал М.Шайморатов, «Луганск һәм Донецк Республикаларын азат итеү өсөн» миҙалдары,  ҡаһарманлыҡ өсөн Луганск республикаһының почет грамотаһы, «Хәрби туғанлыҡ» миҙалы балҡый. Яуҙан һуң дауаланыу, реабилитация ла  күп ваҡытын алған. Унан тыш, махсус хәрби операцияға әҙерләнеүселәргә лә  ярҙам итергә ниәтләй ул.  

  – Махсус хәрби операцияһынан ҡайтҡас,  Ыҫтамғолдан Азат исемле иптәшем менән һунарға сыҡҡыланыҡ. Яуҙағы хәлдәр менән күп ҡыҙыҡһынды, йәшермәй һөйләнем.  Һис көтмәгәндә:«Мин әҙер, әйберҙәрем йыйылған, юлға сығам», –  тип шаңҡытты. Улының хеҙмәтен тултырып ҡайтҡанын ғына  көткән икән. Баҡһаң, минең һөйләгәндәрҙе һеңдереп, әҙерләнеп йөрөгән. Әле штурм ротаһының хәрби фельдшеры булып хеҙмәт итә, Хоҙай һаҡлаһын инде үҙен!, - тип борсола Артур Ғайназаров.

Тәүҙәрәк ул «Ватанды һаҡлаусылар» фондының ирекмәне була. Унан Артур Йәдкәр улын социаль координатор итеп тәғәйенләйҙәр. Фондтың төп маҡсаты – МХО ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаилә ағзаларына социаль яҡтан булышлыҡ итеү. Фонд тейешле ярҙам сараларын алыуҙа ярҙамлаша. Бында медицина һәм социаль реабилитациялауға, дарыуҙар менән тәьмин итеүгә, психологик ярҙамға, техник реабилитация һәм шифахана-курорт дауаланыу сараларына, ветерандарҙы яңынан уҡытыу һәм эш менән тәьмин итеүгә бәйле һорауҙарға яуап алырға мөмкин.  Ниндәй документтар йыйырға, әҙерлекте нисек ойоштороу хаҡында ла  файҙалы кәңәштәр бирә Артур Ғайназаров.

 – Һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә ҡара ҡайғынан  һуң яңынан тормошҡа ҡулайлашырға ла ярҙам итәбеҙ. Тормош дауам итә. «Үҙ ғаиләм»(«СВОя семья») тип аталған төркөм асылған. Унда ҡәҙерлеләрен яуҙа юғалтҡан яҡташтарыбыҙ менән эскерһеҙ, асыҡтан-асыҡ  әңгәмә алып барабыҙ,  төрлө саралар ойошторабыҙ. Бер кемде лә ҡайғыһы менән яңғыҙын ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Һуңғы арала ғына Ғәлиәхмәрҙә Әмир Ғибәҙуллин иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир, Ҡоҙаш ауылында Батырлыҡ ордены кавалеры Айгиз Закиров исеменә бағышланған ярыштар уҙҙы – ти ул.

Башҡортостан махсус хәрби операцияға ярҙам буйынса беренселәр рәтендә.  Операция башынан 130 колонна ойошторолған. «Һәр колонна – беҙҙең еңеүгә индергән өлөш. Әлбиттә, ауыр маршрут буйынса йөрөү – үҙе ҡаһарманлыҡ»,  – тигәйне  был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров.

 –  Тормошобоҙ ни тиклем матур икәнлеген тегендә булып ҡайтҡас ҡына аңлайың...  Фронттан һуң  хөкүмәтебеҙгә, илебеҙгә хаҡ баһа бирҙем, юғары баһа!  Фашистҡа, дау-болаларға  яугирҙар ғына ҡаршы тороуы аҙ, халыҡ менән бергәләп көрәшергә тейешбеҙ. Шунһыҙ еңеү ауыр биреләсәк. Йортобоҙҙан алыҫ торған сағында  дошманды ҡыйратырға кәрәк. Күреп торағыҙ, фашистың ил сиген йырып инеп, төпкә үтергә тырышыуын. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, беҙгә ҡаршы Украина ғына түгел, 57 ил һуғыш  алып бара. Беҙҙең илебеҙҙең ҙурлығы, байлығы тыныс йоҡларға бирмәй уларға.

...Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа махсус операцияға барыр өсөн нимә кәрәк, тигән һорау менән килә. Уларға, әлбиттә, башта яҡшылап уйлағыҙ, тип әйтәм. Унда һуғыш, бысраҡ, бихисап ирҙәр, тием. Ир-егеттәр килеүе – бер, ә бына ҡатын-ҡыҙ бында, илебеҙҙә күберәк файҙа килтермәйме икән?   Ҡурған өлкәһенән Ғәлиә исемле снайпер кеүек ҡатындар ҙа аҙ түгел, әлбиттә, яу яланында. Ул өс балаһын ҡалдырып, ипотекаһын түләп бөтөү юлын шулай күргән. Ләкин күп ҡатын-ҡыҙҙарға  балаларын тәрбиәләп, олоғайған ата-әсәләренә ярҙам итһәләр, яҡшыраҡтыр, тигән фекерҙәмен. Бик күп битараф булмаған гүзәл заттар ирекмән булып та фронтҡа ярҙам итә. Ирекмән яҡташыбыҙ Эльвира төҙөгән «Бергә беҙ – көс» тип аталған төркөм, мәҫәлән, дүрт ай эсендә ике миллионға яҡын һумға әйбер һатып алып, алғы һыҙыҡҡа ебәргән. Унда сөй, көрәктәрҙән башлап, УАЗ, квадрокоптер кеүек кәрәкле техникаға тупланған.

Хеҙмәт итергә теләүселәр аҙ түгел Бер мәл буйы ике метр самаһы арыҫландай егет мөрәжәғәт итте.  Ләкин ысынбарлыҡта танкка ул һыймай, ә йәйәүле отрядта әллә ҡайҙан күренеп торған асыҡ сәпкә әүереләсәк. Квадрокоптер һатып ал да, шуның менән оҫта итеп идара итергә өйрән. Дрондар һуғышы заманы хәҙер. Шунда һин еңеүгә тос өлөшөн индерә алырһың», –  тинем уға. Программистарға ҡытлыҡ  яуҙа, водителдәр етешмәй.

Полигонда күп йәштәрҙең йәне сыға яҙа: физик яҡтан әҙер түгелдәр. Үҙ теләгең менән яу яланына барам тиһәң, күнекмәләр эшләргә,  үҙеңде әҙерләргә кәрәк,  –  тип дауам итә һүҙен Артур Йәдкәр улы.

 

Йомғаҡлау урынына

 

 – Пенсияға сыҡҡас, туристарҙы Ирәмәлгә йөрөтә башлағайным. Йондоҙло күккә ҡарап ятып,  донъяның фанилығы тураһында күп уйландым. Кеше ниҙер бүлешә алмай, үпкәләшкән була, бәғзеһе туғандары менән дошманлашып йәшәй. Ә ғүмер тигәнең “һә” тигәнсе үтә лә китә. Хыялым – махсус хәрби операцияла  ҡатнашҡан яугирҙар өсөн туристик реабилитация үҙәге асыу. Илһөйәрлек иһә – ҡанда. Тыуған илгә ҡалҡан булырлыҡ улдар үҫтерәйек, – ти ветеран Артур Ғайназаров. 

Әлиә УСМАНОВА.

Фото геройҙың шәхси архивынан.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: