Геройҙар дәүере
20 Ноябрь 2024, 09:30

Ул ата-әсәһенең ғорурлығы

30 йәшлек Ивандың наградалары бик күп

Ул ата-әсәһенең ғорурлығыУл ата-әсәһенең ғорурлығы
Ул ата-әсәһенең ғорурлығы

“Һалдат атаһы” миҙалы менән Белореттан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙең атаһы Юрий Иванович Миронов бүләкләнде. Ул Белорет районында бындай бындай миҙал алған тәүге кеше.

“Рәсәй атайҙары” Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте наградаһы улдары махсус хәрби операция барышында хәрби задание үтәгәндә батырлыҡ, фиҙакәрлек йәки ҡаһарманлыҡ күрһәткән атайҙарға тапшырыла.

Юрий Иванович менән Лера Рәүеф ҡыҙы лайыҡлы ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Иван бала саҡтан хәрби кеше булырға хыяллана, ошо турала фильмдар ҡарай, ошо тематика менән мауыға. Ҡаланың 17-се гимназияһында, 20-се мәктәптең кадет класында уҡый. Армияла Калининградта, ғәскәр разведкаһының махсус тәғәйенләнештәге бүлексәһендә хеҙмәт итә. Армиянан һуң Белоретта һәм Абҙаҡта тау саңғыһы буйынса ҡотҡарыусы һәм инструктор булып эшләй.
2022 йылдың июнендә “Вагнер” шәхси хәрби компания менән контракт төҙө. Бахмут һәм башҡа иң ҡатмарлы алыштарҙа ҡатнаша. Ике тапҡыр яралана, береһе бик ауыр йәрәхәт була. Һөжүм ваҡытында Иван етәкселегендәге отряд ҡамауға эләгә. Иван әсирлеккә эләгә яҙған хәрби иптәшен ҡотҡара – дошмандың иғтибарын ситкә йүнәлтә, утты үҙенә йүнәлттерә, шул саҡта аяғы яралана. “Вагнер” шәхси хәрби компанияһы тарҡатылғандан һуң “Донбасс ҡырағай дивизияһы” ғәскәрҙәре составына ингән айырым махсус тәғәйенләнешле “АрБат” батальоны менән контракт төҙөй. Яугирҙәр иң ауыр участкаларҙа һуғыша һәм штурмлау хәрәкәттәрендә ҡатнаша. Иван отряды Курск өлкәһенең тораҡ пункттарын азат итеүгә беренсе булып килә, 2,5 ай ваҡыт эсендә ауылды азат итәләр һәм Суджаға табан йүнәләләр.

30 йәшлек Ивандың наградалары бик күп. Ул ялдан һуң кире фронтҡа китәсәк.

“Юрий Ивановичты һәм Лира Рәүеф ҡыҙын илһөйәр ул тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Иван батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Беҙ шундай яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Барлыҡ яҡташтарыбыҙҙың иҫән-һау еңеү менән өйгә ҡайтыуын теләйбеҙ”, – белдерҙе Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. 

Фото: https://t.me/ivaniutaandrei/13559

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас