Геройҙар дәүере
22 Ноябрь 2024, 15:00

Алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр әсәләрҙе ҡотлай

“Әсәйҙең доғалары” йыры улар башҡарыуында бигерәк тә үҙәккә үтерлек.

Алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр әсәләрҙе ҡотлайАлғы һыҙыҡтағы яугирҙәр әсәләрҙе ҡотлай
Алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр әсәләрҙе ҡотлай

Сибай концерт-театр берекмәһенән махсус хәрби операцияға саҡырылған егеттәребеҙ Әсәйҙәр көнөнә ҡарата йырлы сәләм ебәргән. Филармония артисы Фларид Бирғәлин менән “Сулпан” балалар театры артисы Илнур Сәфәровҡа гитарасы хеҙмәттәштәре лә ҡушылған.

"Ҡәҙерле Әсәйҙәребеҙҙе - Әсәләр көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ. Һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ. Сабырлыҡ һәм түҙемлеҡ барыбыҙға ла. Алла бирһә, илдәребеҙҙә тыныслыҡ булып, һүғыштар бөтһөн. Амин", тип яҙған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фларид Бирғәлин.

Видео: Фларид Бирғәлиндең "Бәйләнештә"ге битләүенән.

Фото: скриншот.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас