Афған һуғышын үткән, Себер яҡтарында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан 63 йәшлек Күгәрсен районы ир-уҙаманы махсус хәрби операцияға барырға теләүен ҡатынына әйткәс, 1812 йылғы Ватан һуғышында Йәнтүрә батырҙың ҡатыны кеүек, Альбина ханым да иренән ҡалмаҫҡа ҡарар итә.
“Һин барһаң, мин дә ҡалмайым”, - ти Альбина Мөлөкова. Ғаилә башлығы ғүмер буйы водитель, ә ҡатыны ашнаҡсы булып эшләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡан илһөйәр пар башта район хәрби комиссариатына килә, һуңынан республика комиссариатына юллана.
“Йәш буйынса мине яраҡһыҙ тип таптылар. Ирем Афғанстандағы хеҙмәттәштәре менән бергә барырға ҡарар итте”, - ти ҡатын. Заманында утты-һыуҙы кискән, яугирҙәргә атай булырлыҡ йәштәге “Батя” яу яланынан яралыларҙы эвакуациялай, госпиталгә илтә.
Бер йылдан ашыу махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир ике тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып киткән, тыуған яғында ҡатыны, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре янында күңел яраларын бөтәйткән.
“Ирем күп хәбәр һөйләргә яратмай. Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, беҙ күргәнде балаларға кисерергә яҙмаһын, ти. Район хакимиәте, ауыл биләмәһе етәкселеге, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды социаль координаторы Эльза Теүәлбаева ярҙамынан өҙмәй”, - ти ханым.
Быйыл мунса һалырға ҡырсынын, яғырға утынын да килтереп ауҙарғандар. Былтыр Альбина Марат ҡыҙына Янғантауға барып ял итеп, һаулығын нығытып ҡайтыу мөмкинлеге лә тыуған. Яҡындарының, йорт-ҡураһының ҡараулы булыуы яу биләмәһендәге “Батя”ға ла күңел тыныслығы бирә, көс-ҡеүәт өҫтәй.