Әсә һүҙе һәр беребеҙ өсөн ни тиклем мөһим һәм ҡәҙерле. Донъяла әсәләргә арналған айырым көндәр, байрамдар булдырылып тороуы ғәжәп тә түгел.
Әсә һәм бала араһындағы бәйләнеш уларҙы бәйләгән һөйөү көсө кеүек үк ҡаҡшамаҫ һәм ныҡлы. Беҙ бөгөн уны – әсәлек хисен, әсәлек ғорурлығын – Дүртөйлө районында Әсә көнөнә арнап үткәрелгән шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа ҙур байрамда тойҙоҡ.
Илдәге хәл-ваҡиғалар, сәйәси үҙгәрештәр беҙҙең һәр беребеҙҙең йәшәйешенә йоғонто яһамай ҡалмай, хатта донъяла иң наҙлы, ҡәҙерле кешеләргә арналған сараларға ла үҙ өлөшөн индерә.
Райондың уңған, булдыҡлы ҡатын-ҡыҙҙары йыйылған оло залда алма тәгәрәрлек урын булмауы дүртөйлөләрҙең һәр яҡтан әүҙем - эштә лә, ялда ла берҙәм булыуын йәнә раҫланы. Район хакимиәте башлығы Риф Йосоповтың хеҙмәттәре менән төбәк иҡтисадында, мәҙәниәтендә, йәмәғәт эштәрендә эҙ ҡалдырған, тырышлыҡтары менән күптәргә өлгө булған әсәләрҙе оло сәхнәгә сығарып бүләкләүен яҡташтары дәррәү ҡул сабып ҡаршыланы. Бик күркәм, йылы мөхиттә үтте иҫтәлекле көн. Район етәксеһенең ихлас күңелдән әсәләргә моңло йыр бүләк итеүе йөрәктән сыҡҡан тәрән һөйөү, ихтирам билдәһе булып яңғыраны.
Ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәре, матур концерт номерҙарынан тыш, “Ҡатын-ҡыҙҙар батырлыҡ тураһында” тип аталған форумдың тап ошо көндә үткәрелеүе юҡҡа булманы. Әлегә беҙҙә байрамдар шатлыҡ һәм күҙ йәштәре аша үтә шул...
Бөгөн махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән, беҙҙең именлегебеҙ һағында торған улдарҙың әсәләре, ил яҙмышы хәл ителгәндә ҡулдарына ҡорал алған ирҙәрҙең ҡатындары, ихтыяр көстәрен бер усҡа йыйып, күңелдәрен бушатырға, бер-береһенән көс алырға, аралашырға килде. Юғалтыуҙарҙы ла, ҡайғы-хәсрәтте лә һәр береһе үҙенсә кисерә, һәр әсә өсөн улы иң батыры, иң яҡшыһы, иң яҡыны. Барыһын да Ватан, ғаиләһе, яҡындары өсөн башын һалған улдары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо берләштерә.
Өс бала тәрбиәләгән Лилиә Озолина яугир ире тураһында айырыуса йылылыҡ, һөйөү менән бәйән итеп, уны ерләгәндән һуң үҙен нисек ҡулға алыуын, тормошҡа яраҡлашыуын һөйләне. Уның тәжрибәһе лә кемгәлер этәргес көс булыуы ихтимал.
“Бик ауыр булды, әммә тормош дауам итә, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу минең өҫтә хәҙер. Мин уларға бәхетле бала саҡ бүләк итергә тейешмен. ”Ватанды һаҡлаусылар” фонды бүлексәһе бөгөн беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә, уның булышлығында психолог һөнәренә уҡыйым, ҙур рәхмәт уларға. Социаль селтәрҙә кулинария блогын алып барыу менән мауығам. Әсәләр, нисек кенә ауыр булмаһын, алға ҡарап йәшәргә, ирҙәребеҙҙең иҫтәлеген һаҡларға тейешбеҙ. Һәр көндө яҡшы кәйеф менән ҡаршы алайыҡ!” – тип саҡырҙы яҡташтарын Лилиә Марат ҡыҙы.
Форумға йыйылған ҡатын-ҡыҙҙарҙың ныҡлығы, үҙҙәрен лайыҡлы тота белеүе һоҡланғыс күренеш ине. Бер кемдең дә үҙен йәлләтергә уйы юҡ, ғәзиз улдары һәм ирҙәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү, уларҙы халыҡ, балалары, яҡындары күңелендә һаҡлау өсөн тырышасаҡ улар.
“Минең улым армияла хеҙмәт итмәне, хәрби әҙерлеге юҡ ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, фронтҡа китергә ашҡынды. Нисек ир-егеттең рухын быуырға, теләгенә ҡаршы килмәк кәрәк? Штурм төркөмөнә эләкте, өс ай ғына хеҙмәт итһә лә, үҙенең нимәгә һәләтле икәнен күрһәтә алды, Батырлыҡ ордены менән наградланды, – тип һәләк булған улын хәтергә алды Флидә Хәлитова. – Эйе, ғәзиз балаңды юғалтыуы бик ауыр, ҡайғыны һәр кем үҙенсә кисерә. Мин улымдың фотоһын ҙурайтып эшләтеп алдым да стенаға элеп ҡуйҙым, иртән тороу менән уға һүҙ ҡушам, һөйөүемде белдерәм, ихлас йөҙөн күреп йыуанам, әйтерһең дә, ул һаман янымда. Ауыр мәлдә ярҙам иткән хәрби комиссариат, улым хеҙмәт иткән хәрби часть етәкселәренә рәхмәт белдергем килә. Аҙ ғына ғүмере эсендә күпме яҡшылыҡ эшләргә өлгөрҙө, тип ғорурланам – өй һалды, минең өсөн яҡшы йәшәү шарттары тыуҙырҙы, Тыуған илде һаҡлауҙа батырлыҡ ҡылды! Ҡатын-ҡыҙҙар, беҙгә көслө булмай сара юҡ, улдарыбыҙ, именлек хаҡына иламай-һыҡтамай йәшәргә кәрәк!”
Зөлфиҙә Исмәғил ҡыҙы иңенә әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур һынауҙар төшкән. Улдарының береһе Чечнялағы хәрби хәрәкәттә, икенсеһе махсус хәрби операция барышында һәләк булған. ”Хәйерле доғалар менән йәшәргә кәрәк, ҡайғырмағыҙ,– тип фатихаһын бирҙе әсәй һәм өләсәй Зөлфиҙә Исмәғил ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙарға. – Көн-төн ағып торған йылғалар ҙа тула, күпме атылһа ла, күк йөҙөндә йондоҙҙар ҙа һүнмәй, тормош та шулай дауам итә. Үткәндәрҙе ҡайтарып булмай, йәшәргә кәрәк. Ирем вафат булғас, балаларҙы аяҡҡа баҫтырҙым. Әсхәт улым бәләкәйҙән машина, тимер-томор менән уйнарға яратты, “военный булам”, тип аптырата торғайны. Улдарымдың икеһе лә офицер. Әсхәт Әнфәс улы Мөхәмәтов Батырлыҡ ордены һәм миҙалдар менән наградланды. Ул фронтта дары еҫен еҫкәмәгән, йәш кенә һалдаттарҙы күреп, йәлләй торғайны. ”Улар урынында мин булырға тейеш, әсәй”, тигәнен хәтерләйем. Шундай ҡыйыу офицер улдар үҫтергәнем менән ғорурланып, уларҙы хәтергә алып, доғалар уҡып йәшәйем”.
Хәрби ҡатыны Ләйсән Ғафарова ла, улын һуғышта юғалтҡан әсә Дамира Шәрәфисламова ла әлеге ваҡытта тылдағы ҡатын-ҡыҙҙарҙан күп нимәнең тороуы, берҙәмлек һәм сабырлыҡтың ғына ҡаршылыҡтарҙы еңергә ярҙам итеүе мөмкинлеген белдерҙе.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш юғалтыуҙарһыҙ, күҙ йәштәрһеҙ булмай шул. Беҙ барыбыҙ ҙа йорттарына ҡайғы-хәсрәт ингән ғаиләләр өсөн борсолабыҙ, уларҙың оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ һәм Еңеүҙең тиҙерәк килеүен, урамыбыҙҙа байрам тантана итеүен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Ә геройҙарыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгәләштереү буйынса, һис һүҙһеҙ, эш дауам итәсәк. Район етәкселеге был эште үҙ яуаплылығына алыуын белдерҙе.
Ғөмүмән, “Ҡатын-ҡыҙҙар батырлыҡ тураһында” тип аталған форум тап ошондай матур байрам – Әсә көнөндә урынлы булды, беҙ ысын мәғәнәһендә нескә күңелле һәм ихлас ханымдар, оло йөрәкле һәм ҡаһарман әсәләр, улдарын көтә һәм ғорурлана белгән ҡатын-ҡыҙҙар менән осраштыҡ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.