Геройҙар дәүере
24 Ноябрь 2024, 10:50

Хәйбуллалар яугирҙәренә ярҙам итә

Гуманитар ылауҙы Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов үҙе алып барҙы.

Хәйбуллалар яугирҙәренә ярҙам итәХәйбуллалар яугирҙәренә ярҙам итә
Хәйбуллалар яугирҙәренә ярҙам итә

Махсус хәрби операция башланғандан алып Хәйбулла районынан даими рәүештә яугирҙәргә гуманитар ярҙам оҙатыла. Ошо көндәрҙә сираттағы ярҙам яугирҙәргә барып етте.  Ылауҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, социаль, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Рөстәм Йәрмөхмәтов, Таналыҡ ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Сөләймәнов оҙатып барҙы.

Район халҡынан, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарынан, яҡындарынан шәхси посылкалар, генераторҙар, шөрөп борғостар, иретеп-йәбештереү аппараты, бензин бысҡылары, маскировкалау селтәрҙәре, миндектәр, портатив газ плитаһы, шәхси гигиена, көнкүрештә ҡулланырға кәрәк-яраҡтар, аҙыҡ-түлек (тушенкалар, салаттар, тоҙламалар, картуф), кейемдәр һәм яугирҙәргә ҡатмарлы шарттарҙа кәрәкле башҡа әйберҙәр район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ярҙамында автомобилдәргә тейәлде.

Гуманитар ылауға ир-егеттәрҙең заявкалары буйынса хәйбуллалар йыйған аҡсаға “Тыуған тыл. Хәйбулла” төркөмө ирекмәндәре һатып алынған ҡиммәтле приборҙар – радио-электрон көрәш сараһы (РЭБ приборы), “Булат-4” ҡулайламаларынан (дрондарҙы асыҡлаусы портатив детектор) тыш, шәхси эшҡыуар Рөстәм Юлдашбаевтан ике “УАЗ” һәм “Аҡъярводстрой” предприятиеһынан бер “Нива” автомобилдәре лә ҡушылды.

Ылауҙы йыйыуға үҙ өлөшөн индергән барлыҡ район халҡына, хеҙмәт коллективтарына, эшҡыуарҙарға һәм ярҙам ҡулын һуҙғандарҙың барыһына ла оло рәхмәтле хәйбуллалар. Гуманитар ярҙам яҡташтарына тыуған яҡ сәләмен еткергән, күстәнәстәре көс-дәрт өҫтәгән, техникалар, кәрәк-яраҡтары хеҙмәттәрендә бик тә  ярап ҡала. Яугирҙәр тиҙерәк Еңеү менән тыуған яҡтарына аяҡ баҫыуҙарын теләп, артабан да берҙәм булайыҡ!

“Йәнә яугирҙәребеҙгә махсус хәрби операция биләмәһенә юлландыҡ һәм яҡташтарыбыҙҙан сираттағы гуманитар ярҙам партияһын килтерҙек. Яугир яҡташтарыбыҙ менән ихлас аралаштыҡ, уларҙың теләк–заказдары буйынса әйберҙәр, төрлө ҡорамалдар һәм өс берәмек техника тапшырҙыҡ. Улар беҙҙең килеүебеҙгә һәм өйҙән алып килгән күстәнәстәргә бик шат ине. Осрашыу бик йылы булды, ир–егеттәрҙең сыҙамлығы һәм ҡыйыулығы ғәжәпләндерә - улар Еңеүгә генә әҙерләнгән! Беҙ уларҙың һәр береһе менән ғорурланабыҙ һәм артабан да әүҙем ярҙам күрһәтеүебеҙҙе дауам итербеҙ. Хәйбуллаларға ярҙамдары һәм ышаныслы тылдары өсөн ҙур рәхмәт!” – тип яҙған район башлығы үҙенең сәхифәһендә.

БЕЛЕШМӘ

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Өфөлә "Төнъяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин.

Пунктты Өфө, Элеваторная урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул  ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18-65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай.Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк.

Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар фонды, өс тапҡыр ашатыу хеҙмәте ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә Өфө ҡалаһы бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү күләмен 300 меңдән 400 мең һумға тиклем арттырҙы. Стәрлетамаҡтар ҙа контрактсыларға ошо сумманы түләйәсәк. Шулай итеп, эш хаҡын иҫәпкә алғанда, түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 3 825 000 һум тәшкил итәсәк.

Башҡортостан контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан

 

 

Хәйбуллалар яугирҙәренә ярҙам итә
Хәйбуллалар яугирҙәренә ярҙам итә
Хәйбуллалар яугирҙәренә ярҙам итә
Хәйбуллалар яугирҙәренә ярҙам итә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас