Геройҙар дәүере
25 Ноябрь 2024, 06:00

“Артҡа юл юҡ, бары – алға!”

"Мине ут яланынан алып сыҡҡан егеттәргә ҙур рәхмәт, улар тәүге ярҙам күрһәтеп, ғүмеремде һаҡлап алып ҡалды”, - ти яугир.

“Артҡа юл юҡ, бары – алға!”“Артҡа юл юҡ, бары – алға!”
“Артҡа юл юҡ, бары – алға!”

Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән “Солтан” позывнойлы яугир фронтҡа үҙ теләге  менән китә, яраланғандан һуң тыуған йортона ҡайта. Стәрлетамаҡ егетенең биографияһы бик күптәрҙеке кеүек ғәҙәти. Әлшәй районында тыуып үҫкән егет мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡтағы 92-се  һөнәри училищеға уҡырға инә, иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала. Башҡортостан сода комбинатында, “Роснефть” идаралығында эшләй. Икенсе тыуған йортона әүерелгән ҡалала тормош ҡора.

 “Солтан” армия хеҙмәтен Алыҫ Көнсығышта сик буйы ғәскәрҙәренең диңгеҙ частарында үтә. 2023 йылдың июлендә үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китергә була. Тәүҙә Луганск эргәһендә хәрби әҙерлек үтә, аҙаҡ Һауа-десант ғәскәрҙәренең 83-сө Уссурийск бригадаһында хеҙмәт итә. Бахмут янындағы ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша. Был хаҡта ул һөйләргә яратмай, бары бер нисә һүҙ менән генә нисек яраланыуы тураһында аңлата. “Һул ҡулды һаҡлап ҡалырлыҡ түгел ине. Мине ут яланынан алып сыҡҡан  егеттәргә ҙур рәхмәт, улар миңә тәүге медицина ярҙамын күрһәтеп, ғүмеремде һаҡлап алып ҡалды”, - ти яугир.

“Ни өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашырға булдығыҙ?” тигән һорауға ул былай тип яуап ҡайтарҙы: ”Мин байтаҡ йәшәгәнмен, хәрби хеҙмәт, сынығыу үткәнмен. Фронтта бик йәш һалдаттар һуғыша, уларҙы йәлләйем. Балаларымды күҙ алдыма килтерәм. Уларҙың тыныс тормошта йәшәүҙәрен теләйем. Береһенә  – 15, уртансыһына 10 йәш. Ҡыҙыбыҙға бер йәш тулғанын көттөм, шунан фронтҡа китергә булдым.  Ҡатыным тәүҙә риза булманы, аҙаҡ күнде.

Беҙҙең кире боролорға хаҡыбыҙ юҡ, бары – алға! Быны яу ҡырындағы һәр ир-егет яҡшы аңлай”, – тине яугир.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Өфөлә "Төнъяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин.

Пунктты Өфө, Элеватор урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул  ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18-65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай.Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк.

Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар фонды, өс тапҡыр ашатыу хеҙмәте ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә Өфө ҡалаһы бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү күләмен 300 меңдән 400 мең һумға тиклем арттырҙы. Стәрлетамаҡтар ҙа контрактсыларға ошо сумманы түләйәсәк. Шулай итеп, эш хаҡын иҫәпкә алғанда, түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 3 825 000 һум тәшкил итәсәк.

Башҡортостан контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.

Фото: https://srgazeta.ru/news/9maya/2024-11-03/boets-s-pozyvnym-sultan-nuzhno-idti-tolko-vperyod-i-pobedit-3995162?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=22753747

“Артҡа юл юҡ, бары – алға!”
“Артҡа юл юҡ, бары – алға!”
“Артҡа юл юҡ, бары – алға!”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас