Махсус хәрби операция биләмәһенә командировкалар барышында көтөлмәгән осрашыуҙар ҙа булып ҡуя. “Завхоз” позывнойлы ир-уҙаманды электән беләм. Коллегам, төплө, аҡыллы кеше, бына тигән ғаилә башлығы. Бер эштән дә ҡурҡып тормаған таһыллы, эшһөйәр башҡорт егете ул. Ә бөгөн “Завхоз” –миномет батареяһы командирының хәрби-сәйәси эш буйынса урынбаҫары, яугирҙәр араһында хөрмәт ҡаҙанған офицер.
– Беҙ һинең менән күптәнге таныштар – бер уҡыу йортонда белем алып, күпмелер ваҡыт бер өлкәлә эшләргә насип булды. Шулай ҙа гәзит уҡыусыларҙы таныштырып үтәйек. Ҡайһы яҡта тыуып үҫкән ир-уҙаман булаһың?
– Мин Ҡыйғы районының Мәсәк ауылында донъяға килгәнмен. Урта белем алғас, хәрби хеҙмәткә саҡырыу алдым. Ҡырғыҙстанда сик буйы ғәскәрҙәрендә ике йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, бер аҙ эшләп, тормош тәжрибәһе туплап, 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем. Армиянан кесе сержант дәрәжәһендә ҡайтҡайным, юғары уҡыу йортоноң һуңғы ике курсында хәрби кафедрала шөғөлләнеп, диплом менән бергә лейтенант погондары ла алып сыҡтым. Артабан инде төрлө урындарҙа эшләнем: мәктәптә, Республика янғынға ҡаршы көрәш үҙәгендә, “Башҡортостан”, “Киске Өфө” гәзитендә, шәхси һаҡ ойошмаһында... Бер мәл “Урман” гәзитендә – баш мөхәррир, “Уфа центр” баҫмаһында баш мөхәррир урынбаҫары булып та эшләп алдым. Һуңғы йылдарҙа Шамонин ауылындағы урта мәктәптә директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫар булдым. Әле күреүегеҙсә, бында – ил һағындамын.
– Әйткәндәй, тормошоңдағы был ҡырҡа боролошто нисек ҡабул иттең?
– Тарихы былайыраҡ булды. Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, Шамонинда йәшәп ятҡан ике туған ҡустым шылтыратты: “Ағай, миңә саҡырыу бар, иртәгә районға ҡайтып, хәрби комиссариатҡа барып етергә кәрәк”, – ти. Ундай саҡта ике уйлап тороп булмай, юлға сыҡтыҡ. Ошондай мәшәҡәттәр менән йөрөп ятҡанда, үҙемә лә шылтыратып, саҡырыу барлығын әйттеләр. Шунда уҡ ҡайтырға сыҡтым. Унан инде бер аҙнанан хәрби хеҙмәткә юлландым. Башта полктың матди тәьминәт ротаһына эләктем. Рота командиры итеп тәғәйенләнеләр. Ошо вазифала йыл ярым самаһы хеҙмәт иткәс, ике ай госпиталдә булырға тура килде. Унан инде миномет батареяһы командирының хәрби-сәйәси эш буйынса урынбаҫары, ябай итеп әйткәндә, замполит итеп күсерҙеләр.
– Ғаиләң менән яҡындан таныштырып үт әле. Ошондай шарттарҙа тап яҡындарҙың теләктәшлеге ныҡ мөһим бит...
– Әлбиттә, шулай. Ғаиләм – һәр йәһәттән терәк тә, таяныс та. Тормош юлдашым – Шамонин мәктәбендә директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары. Ғаиләм ҙур: алты бала. Ҡәйнешем менән ҡатыны мәрхүм булып ҡалғас, уларҙың дүрт балаһын үҙебеҙҙең ҡанат аҫтына алдыҡ. Шулай итеп, өс ҡыҙ, өс малай бер-береһенә дуҫ, иптәш булып үҫте, хәҙер ҙурайҙылар инде, иң бәләкәйенә – 20 йәш. Ҡатыным, балалар менән мөмкинлек булған һайын аралашып торабыҙ. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанымда, барыһы ла тиҙ генә килеп етә, сөнки балаларҙың күбеһе үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫып, матур итеп йәшәй, эшләп йөрөйҙәр. Өс ҡыҙым да тормошҡа сыҡты, уларҙан биш ейән-ейәнсәрем бар.
– Ҡыҫҡа ваҡытлы ял тигәндән, был йәһәттән проблемалар бармы?
– Юҡ, беҙҙә был тәңгәлдә барыһы ла яйға һалынған, графикка ярашлы ялға ҡайтып торабыҙ. Республика етәкселеге автобустар бүлә. Әгәр ниндәйҙер сәбәп менән графиктан ситләшһәң, йәғни автобусҡа эләкмәһәң, үҙ яйың менән ҡайтып килеү мөмкинлеге лә бар.
– Беҙ һине “Рәсәй 1” телеканалындағы тапшырыуҙа ла күрҙек. Был ваҡиға нисек булды?
– Был телеканал беҙҙең тылда эшләнгән “ер аҫты ҡалаһы” тураһында тапшырыу әҙерләне. Матди тәьминәт ротаһы командиры булараҡ, уны төҙөүҙә мин дә ҡатнаштым. Унда мәсет тә, сиркәү ҙә, мунса ла бар. Яу – яу менән, кешегә ял да, ризыҡ та, башҡа төрлө уңайлылыҡтар ҙа кәрәк. Был “ер аҫты ҡалаһы” күп мәсьәләне хәл итте: бығаса байтаҡ икмәк бешереү цехтары менән эшләп ҡараныҡ. Күптәре аҡса эшләүҙе беренсе урынға ҡуя. Хәҙер ошонда үҙебеҙҙең икмәк бешереү цехын булдырҙыҡ һәм яугирҙәрҙе ризыҡ менән тәьмин итеүҙе яйға һалдыҡ.
– Бер кемгә лә сер түгел: йәш бара. Хәрби хеҙмәткә саҡырыу алғанда 50 йәштә булғанһығыҙ. Физик йәһәттән өйрәнеп китеү ауыр булманымы?
– Башта ауырыраҡ булды, унан инде яйлап өйрәнеп киттем. Йәш яугирҙәр беҙгә хөрмәт менән ҡарай, шуға күрә, офицер ҙа булғас, уларҙың ышанысын аҡларға, терәк-таяныс, өлгө булырға тырышыу мөһим. Әлеге вазифамда төп бурыстарым – тәртип һаҡлау, ойоштороу эштәре, егеттәрҙең көнкүрешен – аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, урынлашыу, шулай уҡ социаль яҡлау мәсьәләләрен хәл итеү.
– Коллектив менән эшләү ҡыйын түгелме?
– Шөкөр, ҡыйынлыҡ тоймайым, сөнки ике йылдан ашыу бергәбеҙ, бер-беребеҙҙе яҡындан белеп бөттөк. Хеҙмәттең айышына күптән төшөнгәнбеҙ. Хәрби контракт төҙөп, яңы килгәндәр ҙә һис ауырлыҡһыҙ коллективҡа ҡушылып китә.
– Һеҙҙең ҡарамаҡта байтаҡ ҡына журналистар хеҙмәт итеүен белдек. Улар хәрби тормошта үҙҙәрен нисек күрһәтә?
– Кеше ысын журналист булғансы байтаҡ ҡына юл үтә, тәжрибә туплай. Был һөнәрҙә эшләгән һайын һинең аң-белем даирәң киңәйә, кешеләрҙе аңлау һәләтең үҫешә. Шуға күрә тормошто күргән тәжрибәле журналистар бында ла нисектер айырылып тора. Мәҫәлән, төрлө отчет, рапорт һ.б. эш ҡағыҙҙары менән булышырға тура килә, шуға күрә шәхсән үҙемә журналистика өлкәһендә эшләүем ныҡ ярҙам итә.
– Барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ һәм аңлайбыҙ: был һуғыш илебеҙ тарихында ошоғаса булған башҡа яуҙарҙан ҡырҡа айырыла. “Дрондар һуғышы” тип тә атайҙар бит инде. Уның тере шаһиты булараҡ, ошо хаҡта нимә әйтерһең?
– Эйе, был ысынлап шулай. Әммә артиллерияның көс-ҡеүәтен бер кем дә инҡар итә алмай, ул бөгөн дә үҙенең төп тәғәйенләнешенә тоғро ҡала һәм бурысын лайыҡлы башҡара. Ә инде дрондарға килгәндә, уларҙы дөрөҫ ҡулланыу тәү сиратта командирҙарҙың эшмәкәрлеген асыҡ күрһәтә: алдан әҙерлек эштәре алып барылғанмы-юҡмы, дөрөҫ ҡарар ҡабул ителгәнме, һуғыш тактикаһы тейешенсә уйланылғанмы һ.б. Әгәр ошолар барыһы ла ныҡлы уйланып башҡарылһа, личный состав һаҡланып ҡала. Ысынлап та, был – башлыса дрондар, артиллерия һәм техника һуғышы.
– Матди-техник йәһәттән хәлдәр нисек?
– Тәьминәт йәһәтенән зарланырлыҡ түгел, әммә һуғыш шарттарында хәл-торош бик тиҙ үҙгәрә. Ил, республика етәкселеге, халыҡ, ирекмәндәр өҙлөкһөҙ ярҙам күрһәтә, шулай ҙа әле теге, әле был йәһәттән мәшәҡәттәр, ихтыяждар тыуып ҡына тора. Шуға күрә һәр ваҡыт нимәнелер хәл итергә, юлларға, йүнләргә тура килә.
– Һеҙҙең полкты күп йәһәттән башҡаларға өлгө итеп ҡуялар. Офицер булараҡ, нисек уйлайһың: быға нисек өлгәштегеҙ?
– Хәрби әҙерлек үтеү барышында уҡ беҙҙе “личный составты һаҡлау – иң төп бурыстарҙың береһе” тип өйрәттеләр. Ошо ҡағиҙәгә бөгөн дә тоғробоҙ. Тәртип, талапсанлыҡ, ойоштороу эштәренең яҡшы ҡуйылыуы кеше ғүмерен һаҡлауға булышлыҡ итә.
– Хәрби контракт төҙөп, яңы килгән егеттәрҙең тап һеҙҙең полкка эләгергә теләүен ишеткәнебеҙ бар. Бының сәбәбе ошоларға ҡайтып ҡалалыр, моғайын?
– Әлбиттә, шулай. Тағы өҫтәп шуны ла әйткем килә: полк командирҙары республика етәкселеге, райондар менән даими бәйләнештә. Хәстәрлекте тоябыҙ, бының өсөн рәхмәт. Полк һәм республика етәкселегенең берҙәм булыуы, халыҡтың ярҙамы – һуғыш шарттарында бик күпте аңлата.
Шәхсән үҙем Өфө районы хакимиәтенең ярҙамын даими тоям. Бында юлланғанда улар тулыһынса компьютер техникаһы менән тәьмин итеп ебәрҙе. Офицер өсөн был бик мөһим. Артабан улар полк ҡарамағына тип тағы тиҫтәләгән компьютер оҙатты. Үҙем эшләгән мәктәп коллективына ла рәхмәт. Ялға ҡайтҡанымда аҡсалата ярҙам йыйыу ойоштора, ул суммаға яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәр, мәҫәлән, генераторҙар, рациялар алабыҙ. Был йәһәттән Шамонин ауылы мәктәбе директоры Зилә Заһир ҡыҙы Нуриеваға, профсоюз ойошмаһы рәйесе Альбина Альберт ҡыҙы Ҡоләхмәтоваға, ауыл хакимиәте башлығы Динар Радик улы Әлетдиновҡа ҙур рәхмәт!
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда “Һеҙҙең полкка нисек эләгергә?” тип һораусылар ҙа осрай. Был мөмкин, әлбиттә. Яңы контракт төҙөп килгәндәрҙе үҙебеҙҙең ҡул аҫтына алып өйрәтәбеҙ.
– Ҡул аҫтыңдағылар кем тип өндәшә? Позывной менәнме?
– Яугирҙәрем “замполит” тип йөрөтә, мөрәжәғәт иткәндә лә “Товарищ замполит” тиҙәр.
– Үҙегеҙҙе ҡәтғи командир тип һанайһығыҙмы?
– Юҡ, ҡәтғилек, ҡатылыҡ менән килештереп булмай бында, сөнки тормошто күргән, тәжрибә туплаған, донъяға үҙ ҡарашы булған кешеләр менән эшләйбеҙ. Шуларҙан сығып, һәр береһенә ҡарата шәхсән алым ҡулланыу мөһим. Төрлө йәштәгеләр тупланған, 20 йәшлегенә бер төрлө аңлатһаң, 50 йәшлеге менән икенсерәк итеп һөйләшәһең. Теләк булғанда, һәр кемдең күңеленә асҡыс яратып була. Бөтәбеҙ ҙә бер Рәсәй халҡы, күпселек егеттәр – Башҡортостандан, шуға күрә уртаҡ тел табыу ҡыйын түгел.
Кешене өмөт йәшәтә, тиҙәр бит, ә һуғышта был айырыуса мөһим. Беҙҙе тәү сиратта шул өмөт, еңеүгә һәм Аллаһ Тәғәләгә ышаныс көслөрәк итә. Яҡындарыңдың, туғандарыңдың, дуҫтарыңдың терәк булыуы бик мөһим. Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ, башҡа төрлө булыуы мөмкин дә түгел.
В. УРАЗБАЕВ әңгәмәләште.
Запорожье өлкәһе.
Автор фотоһы.