Геройҙар дәүере
27 Ноябрь 2024, 09:00

Госпиталгә ярҙамға барырға ла әҙерҙәр

Ошондай тәүәккәл ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла осраттыҡ  

Госпиталгә ярҙамға барырға ла әҙерҙәрГоспиталгә ярҙамға барырға ла әҙерҙәр
Госпиталгә ярҙамға барырға ла әҙерҙәр

Бишбүләк районының Йылбулаҡтамаҡ ауылы клубында маскировка селтәре үреү эшенең ҡыҙған ваҡытына тура килдек. Улай тиһәң, бында бер ҡасан да эштең тынғаны юҡтыр. Юғиһә, махсус хәрби операция башланғандан алып яҡынса 400 тирәһе селтәр үреп өлгөрмәҫтәр ине.

Ауыл клубында эшләүсе Мөнирә Хәйруллина ойоштороп ебәрә был изге эште. Ә ил ҡайғыһына битараф булмаған ауылдаштары уны күтәреп ала. Үҙенең ике улының хәрби кеше булыуы ла ошондай изге эшкә этәргес биргәндер.

 – Илгә бәлә килгәндә ситтә тороп ҡалып булмай. Ауыл хакимиәте башлығы менән кәңәшләшеп маскировка селтәре үреүгә тотондоҡ. Күпселек 10-11 кеше килә. Күптәре хаҡлы ялдағы апайҙар һалдаттарҙы хәстәрләй. Төрлө ҙурлыҡтағы, миҙгелгә ҡарап төрлө төҫтәге селтәрҙәрҙе үрәбеҙ. Бынан тыш, окоп шәмдәре яһайбыҙ, туҡмас киҫәбеҙ, башҡа кәрәк-яраҡ әҙерләйбеҙ, – тип һөйләне Мөнирә Хәйруллина.

Маскировка селтәрен үрергә өйрәнеп  китеүе лә еңелдән булмай, шулай ҙа яугирҙәргә ярҙам итеү теләге көслө булып сыға. Бөгөн Йылбулаҡтамаҡ ҡатын-ҡыҙҙарының ҡулдарына күҙ эйәрмәй.

Барыһының да бер төрлө футболкалары ла бар. “Еңеү өсөн”, “Еңеү ирекмәндәре. Йылбулаҡтамаҡ” тигән һүҙҙәр яҙылған уларға. Махсус хәрби операциянан яраланып ҡайтҡан ауылдаш яугир барыһына ла ошондай футболкалар тектереп бирә.

– Һалдаттарыбыҙ иҫән ҡайтһын. Ата-әсәләр бала ҡайғыһы күрмәһен. Ошо селтәребеҙ аҙаҡҡыһы булһын, тип доғалар уҡып эшләйбеҙ,  – тип һөйләне  гүзәл заттар.

Араларында тәүәккәл, ҡыйыу ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла күреп һоҡландыҡ. Өс ул әсәһе, уларҙың икәүһе хәрби булған Гөлгөнә Ситдиҡова республикабыҙҙа ойошторолған ҡатын-ҡыҙҙар отряды менән госпиталгә һалдаттарға ярҙамға китергә  әҙер булыуы тураһында белдерҙе. Бының өсөн ул анкета ла тултырып ебәргән.

– Күптән шул турала уйлап йөрөй инем. Гопиталдәге яралы яугирҙәргә нисек тә ярҙам итәһем килә. Күңелдә бер ниндәй ҙә ҡурҡыу юҡ, – тине әңгәмәсем.

Улдары менән дә ғорурланырлыҡ. Мәҫәлән, махсус хәрби операциялағы икенсе улы батырлығы өсөн дәүләт наградалары менән бүләкләнгән.   Уның күкрәген  Суворов миҙалы  биҙәй. 

Тылдағыларҙың ошондай көслө рухлы, ныҡ булыуҙары яуҙа йөрөгән һалдаттарға көс, ҡеүәт бирә.

 Автор фотолары.

 

Госпиталгә ярҙамға барырға ла әҙерҙәр
Госпиталгә ярҙамға барырға ла әҙерҙәр
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас