Геройҙар дәүере
27 Ноябрь 2024, 08:00

“Нисек ризалаштың ул?” тип һорайҙар...

МХО-ға юлланған Рәмзиә Кәримованың ире былай тине... 

“Нисек ризалаштың ул?” тип һорайҙар...“Нисек ризалаштың ул?” тип һорайҙар...
“Нисек ризалаштың ул?” тип һорайҙар...

Кисә билдәле журналист, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың VII саҡырылыш депутаты Рәмзиә Кәримова – Байбулатованың ирекмән булып махсус хәрби операция зонаһына юлланғаны билдәле булды. Был турала кисә уның тормош иптәше, шулай уҡ БЮТ ”Яңылыҡтар”ы журналисы Илдар Байбулатов социаль селтәрҙә пост ҡалдырҙы.

“Бөгөн күп кенә кешеләр, нисек ризалаштың ул тигән һорау менән мөрәжәғәт итте. Бөтәһенә лә, “бер һүҙһеҙ” тип яуап ҡайтарҙым. Ысынлап та, “Яңылыҡтар”ҙа эшләү осоронда (дөйөм ғаилә стажы 53 йыл!) ниндәй генә хәлде күрергә, утты-һыуҙы кисергә тура килмәне. Шуға ла Рәмзиә бер нисә көн элек ирекмән сифатында махсус хәрби операция биләмәһенә барам, тигәс мин бер ҙә ҡаршы булманым. Алыҫ юлға сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем”, – тип яҙҙы ул.

Фото: Илдар Байбулатовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас