“Ҡыпсаҡ”. Тыуған төйәген өҙөлөп яратҡан Заһир Ҡарамышев тап шундай позывной алған. Данлы ырыуы атамаһынан, гүйә, яугирлек рухы бөркөлә, сал тарих ауазы яңғырап киткәндәй. Үҙе лә нәҡ шундай ул Бөрйән егете – тәрән тамырлы нәҫел-затын, Ватанын һаҡлау өсөн утҡа инергә әҙер ҡаһарман.
Шул уҡ ваҡытта хайран ҡалмалы баҫалҡы, аҙ һүҙле. Үҙе хаҡында һөйләргә бөтөнләй яратмай. Шуға ла әңгәмәне яугирҙең ҡатыны Гүзәлиә Ғәзиз ҡыҙы менән ҡорҙоҡ.
– Ирегеҙ – махсус хәрби операция яугире Заһир Ҡарамышев – һеҙҙе ниндәй сифаттары менән үҙенә ҡаратты? Элек тә әлегеләй етди, уйсан, аҙ һүҙле инеме?
– Көслө затҡа хас барлыҡ һоҡланғыс сифаттар – минең иремдә. Иң беренсе сиратта - ул ныҡ яуаплы. Етдилеге, уйсанлығы, аҙ һүҙлелеге – барыһы ла ғаиләлә алған күркәм тәрбиәнән.
Заһир менән беҙ – класташтар, бергә үҫтек. Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылынанбыҙ. Белеүегеҙсә, тыуған төйәгебеҙ халыҡ телендә Ҡыпсаҡ тип йөрөтөлә. Иремдең позывнойы – изге еребеҙгә сикһеҙ һөйөү билдәһе.
Заһир – ғаиләлә төпсөк бала, 1984 йылғы. Ағайҙары Айнур менән Илнурға эйәреп, ауылда кәрәкле барлыҡ эштәрҙе бәләкәйҙән белеп үҫкән, спорт ярыштарында беренселекте бирмәгән, күңеленән йыр-моң урғылып торған шәп егет. Алда әйткәнемсә, бергә уҡыныҡ, 8-се кластан дуҫлашып йөрөй башланыҡ. Бер-беребеҙҙең тәүге мөхәббәтебеҙ. Йылдар һынауы, тормоштоң төрлө ауырлыҡтары һөйөүебеҙҙе көсәйтә генә кеүек.
Ирем бик матур ғаиләнән. Ҡайным ғүмер буйы етәксе урындарҙа, ҡәйнәм клубта, балалар баҡсаһында, мәктәптә эшләне. Заһир мәктәптә яҡшы уҡыны, һәр сараның уртаһында ҡайнаны. Әйткәнемсә, шәп спортсы, йырсы. Физкультура, йәмәғәт хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, хеҙмәт дәрестәрен айырыуса яратты. Бәләкәй сағынан уҡ шофер булырға хыялланды. Был теләге ҙурайғас та үҙгәрмәне. Ауыл мәктәбенән һуң Иҫке Собханғолдағы урта һөнәри техник училищела шоферлыҡҡа уҡыны.
Беҙ 22 йәштә өйләнештек. Тыуған ауылыбыҙҙа нигеҙ ҡорҙоҡ, яҡты киләсәгебеҙҙе тик үҙебеҙҙең Ҡыпсаҡта күрҙек. Бер-бер артлы ҡыҙҙарыбыҙ тыуҙы. Изге маҡсаттарыбыҙ, пландарыбыҙ шул ҡәҙәр күп, тормошобоҙ гөрләп барған саҡта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙгә ауыр һынау килеп ҡуйҙы...
– Ә ирегеҙ был һынауҙан ситтә ҡала алмағандыр...
– Эйе, ул шунда уҡ Ватанды һаҡлау бурысының үҙ иңенә лә ятыуын аңлап, тыныс ҡына рәүештә етди ҡарар ҡабул итте. Беҙ барыбыҙ ҙа ныҡ ҡаршы булдыҡ. Әммә Заһир әйткән һүҙенән кире ҡайтманы, “Барам!” тип кенә ҡуйҙы. Контракт төҙөп, республиканың Даян Мурзин исемендәге доброволецтар батальоны сафында махсус хәрби операцияға китте.
Гел алғы һыҙыҡта йөрөгән ирем быйыл ғинуар аҙағында ауыр яраланып, госпиталгә эләкте. Пуля янбаш һөйәгенән инеп, түшенән килеп сыҡҡан. Ҡапыл килгән ауыр хәбәр ергә һеңгәҙәтә һуҡҡандай булды... Луганскиҙа, унан Дондағы Ростов ҡалаһында операция яһағандар. Артабан Мәскәүҙең А.А. Вишневский исемендәге Үҙәк хәрби-клиник госпиталенә күсерелгәс, оҙаҡ уйлап тормайынса, һөйгәнем янына “остом”. Мин барғанда уға инде өсөнсө операция эшләп, реанимациянан сығарғандар ине. Бер ай буйы янында булдым һөйгәнемдең. Яу яланында ҡанға батып ятҡанында дуҫы, Йылайыр егете “Ежик” йөкмәп алып сыҡҡан уны. Биш саҡрым һөйрәп алып барған. Юлда Белорет егеттәре лә осрап, тағы байтаҡ юл үткәндәр. Иремде шулай әжәл тырнағынан ҡотҡарған барлыҡ иптәштәренә, табиптарға, медицина хеҙмәткәрҙәренә шул ҡәҙәр рәхмәтлемен.
Артабан беҙҙе ошо госпиталдең 3-сө филиалына – Мәскәү өлкәһендәге Одинцово ҡалаһына күсерҙеләр. Унда инде иремдең янында ята алманым, әммә ҡайтып китмәйенсә, эргәһенә барып йөрөнөм. Шул ваҡытта республикабыҙ Хөкүмәте ғәйәт ҙур ярҙам күрһәтте: урындағы ҡунаҡханала бушлай йәшәү мөмкинлеген алдым.
Ошо госпиталдәрҙә булған саҡта үҙемде бөтөнләй икенсе донъяла кеүек тойҙом. Йәшәү өсөн көрәш барған донъяла... Ғүмер шул ҡәҙәр ҡәҙерле. Яныңда яҡындарың булһын, йөрәктән сыҡҡан ихлас һүҙҙәр әйтелһен – әҙәм балаһы өсөн иң мөһиме шулар. Яңғыҙ яралыларҙың моңһоу күҙҙәрендә тап ошоно – ғәзиз кешеләренең йылыһына мохтажлыҡты күреп, күңелем әрнене. Госпиталдә үҙебеҙҙең Башҡортостан егеттәрен эҙләп табып, уларҙы ла тәрбиәләшеп йөрөнөм. Кемдәргәлер ярҙам итеү мөмкинлеген биргәне өсөн Аллаһ Тәғәләгә мең шөкөр, тип ҡуям бөгөн.
– Заһир Дамир улының әле хәле нисек?
– Госпиталдән һуң Заһирҙы өйгә ҡайтарҙылар. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осоро оҙайтылды. Әммә “өйҙә” тиеү һүҙҙә генә ул – ирем, гүйә, һаман “фронтта”. Яуҙаштары менән һәр саҡ бәйләнештә, дөйөм чаттары өҙлөкһөҙ эшләп тора. Көн дә “200-сө”ләр, “300-сө”ләр хаҡында хәбәр алып, үтә тынысһыҙлана Заһир. Үҙенә урын таба алмай. Үҙенең яралары ла һаман һыҙлай. Төндәрен һаташып сыға.
Шул уҡ ваҡытта ялға ҡайтҡан яуҙаштары менән һөйләшеп, күрешеп, күңеле күтәрелеп ҡала, дәртләнеп китә. Ныҡлап һауығыу менән кире махсус хәрби операция биләмәһенә юлланырға йыйына.
– Ҡыҙҙарығыҙ атаһының яуға китеү ҡарарын нисек ҡабул итте?
– Улар атаһы менән һәр саҡ ғорурлана, ныҡ яраталар. Өлкәнебеҙ Зилиә әле М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжында юриспруденция йүнәлеше буйынса белем ала. Әйткәндәй, атаһының махсус хәрби операцияла ҡатнашыуы тураһындағы справка нигеҙендә, университеттың ятағында бушлай йәшәй. Икенсе ҡыҙыбыҙ Гөлиә үҙебеҙҙең ауыл мәктәбендә 8-се класта уҡый, кинйәбеҙ Рәлиә – алты йәштә. Балаларыбыҙ, атаһына оҡшап, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, барыһы ла матур йырлай. Ике өлкәне заманында “Сулпылар” телевизион конкурсында ла еңеү яуланы. “Урал батыр” эпосын ятлап, гран-при яулап йөрөгән ғорурлығыбыҙ ҙа улар. Гөлиәбеҙ – көрәш буйынса Рәсәй чемпионы ла. Шулай, атайҙары һымаҡ, мәҙәни яҡтан да, спортта ла өлгөлө беҙҙең ҡыҙҙар.
Үҙем ауылыбыҙҙағы балалар баҡсаһында мөдирмен. Беҙ ҙә коллектив менән, шулай уҡ барлыҡ Әбделмәмбәт ҡатын-ҡыҙҙары бергә төрлө сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Былтыр, мәҫәлән, Өфөлә үткән “Ватанды һаҡлаусылар” кубогына ижади фестивалдә “Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары” ансамбле исеменән сығыш яһаныҡ. Унда яҡындары махсус хәрби операцияла булғандар саҡырылғайны, мин дә, ҡәйнәм дә ҡатнаштыҡ. Лайыҡлы еңеп, кубок алып ҡайттыҡ!
– Ҡыҙығыҙҙың ятаҡта бушлай йәшәүенән тыш, тағы ла ниндәй льготаларҙан файҙаландығыҙ?
– Ярҙам саралары күп. Мәктәптә, балалар баҡсаһында ташламалар бар. “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы, район хакимиәтендә торлаҡ сертификаты тапшырылыуы ҙур ярҙам булды, әле йортобоҙҙоң икенсе ҡатын төҙөйбөҙ. Билдәле булыуынса, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға шифаханаға юллама бирелә. Ошо нигеҙҙә ҡәйнәм Венера Гәрәй ҡыҙы “Асы” шифаханаһында 14 көн ял итеп, һаулығын нығытып, һөйөнөп ҡайтты.
Ғөмүмән, дәүләтебеҙҙең ярҙам саралары бик һөҙөмтәле, уларҙы юллауҙа ла ауырлыҡтар тыумай – районда ла, республика кимәлендә лә булышлыҡ ҡылалар, барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Махсус хәрби операциялағылар имен-һау йөрөһөн, илебеҙгә, донъяға тиҙерәк тыныслыҡ килһен!
– Әйткән һүҙҙәрегеҙгә ҡушылып, һеҙҙең үҙегеҙгә, яҡындарығыҙға сабырлыҡ, барлыҡ изге теләктәрегеҙҙең бойомға ашыуын теләйбеҙ.
Фото: ғаилә архивынан.
Бөрйән районы.