“Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов күптән түгел махсус хәрби операция биләмәһенән командировканан ҡайтты. Был – уның бишенсе ошондай эш сәфәре.
– Махсус хәрби операция башланғас, журналистар унда мотлаҡ барырға, хәл-торошто үҙҙәре күреп һөйләргә, яҙырға тейеш, тип уйланым. Тәү башлап БЮТ каналында эшләгән коллегаларыбыҙ юлланды, ә матбуғат баҫмалары нисектер ситтә ҡалды, – тип билдәләне Вәдүт Ғәйфулла улы.
Вәдүт Исхаҡов ошо мәсьәләне өйрәнеп, Башҡортостандың беренсе вице-премьерына, ул саҡта МХО биләмәһендә 3-сө армия корпусының сәйәси бүлеге офицеры булып хеҙмәт иткән Азат Бадрановҡа мөрәжәғәт итә. Азат Шамил улы журналистарҙың башланғысын хуплай һәм уларҙың эш сәфәрҙәрен ойоштороуҙы, иң мөһиме – махсус хәрби операция биләмәһендәге хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе тулыһынса үҙ контроленә ала.
Былтыр “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире МХО биләмәһенә тәүге командировкаһына бара. Артабан инде Вәдүт Ғәйфулла улы Донбасстың барлыҡ ҡалаларын тиерлек йөрөп сыға. Сәфәрҙәрен башлыса Красный Луч ҡалаһынан, легендар башҡорт генералы Миңлеғәле Шайморатовтың ҡәберен зыярат ҡылыуҙан башлай. Унан инде – Луганск, Донецк, Кременная, Снежное, Сватов, артабан Запорожьеға етәрәк – Днепрорудное, Бердянск, Мелитополь, Мариуполь һәм башҡалар.
– Азат Шамил улы беҙгә окоп тормошон үҙегеҙ тойорға тейешһегеҙ, шул саҡта ғына мәҡәләләрегеҙ, һүрәтләмәләрегеҙ ысынбарлыҡты сағылдырасаҡ, тигәйне. Бер-ике тапҡыр булһа ла блиндажда йоҡлау, коптерҙарҙың геүләүен тыңлау, ракеталар осоуын, беҙҙең ПВО-ның нисек эшләүен күреү бөтөнләй икенсе төрлө тәьҫораттар бирә, – ти Вәдүт Ғәйфулла улы.
– Ә бындай командировкаға ғәҙәттә нисә көн китә?
– МХО биләмәһендә ике аҙнаға яҡын булабыҙ, әммә был шуның менән эш бөттө тигәнде аңлатмай. Баҫма матбуғат журналистары, телевидениелағы коллегаларынан айырмалы рәүештә, башта күп итеп мәғлүмәт туплай, һуңынан, бында ҡайтҡас, уларҙы гәзит-журналдарҙа баҫтырыуға әҙерләй. Сәфәр тамамлана, ә эш башлана ғына әле. Һәр һүҙ үтә ҡиммәткә төшә.
– Яугирҙәр ниндәй кәйефтә ҡаршылай?
– Улар беҙ килеүгә ныҡ ҡыуана. Ҡайһы берҙә: “Беҙҙең ошондай сәфәрҙәр кәрәкме ул?”, – тип һорағаным бар. “Һеҙҙең һәр килеүегеҙ – беҙҙең өсөн ысын байрам”, – тип яуаплайҙар. Ғәзиз тыуған еренән әле генә килгән кешеләр менән аралашыу уларға өй йылыһы бүләк итә. Әҙерләнеп, көтөп алалар. Иң ғәжәпләндергәне – үҙҙәре хаҡында түгел, ә өйҙә көткән атай-әсәйҙәре, ҡатындары, туғандары, балалары тураһында яҙыуыбыҙҙы һорайҙар.
– Ә урындағы халыҡ ниндәйерәк ҡарашта?
– Улар беҙҙе аңлап ҡабул итә. Күселек яҡшы уй-ниәт менән килеүебеҙгә ышана. Унда беҙҙең эшселәр бына тигән юлдар төҙөй. Быға тиклем артыҡ уңайлылыҡтар ҙа булмаған, әммә Рәсәйҙең ярҙамы менән хәл-торош күҙгә күренеп яҡшырған.
– МХО биләмәһендә иң тәүҙә нимә күҙгә ташлана?
– Элекке сикте уҙыу менән кешеләрҙең бик ауыр шарттарҙа йәшәүен күрәһең. Әлбиттә, иң тәүҙә блокпостар күҙгә салына. Тәүге тикшереү барышында уҡ хәүеф-хәтәр һағалаған, хәрби хәрәкәттәр барған биләмәгә килеп эләгеүеңде аңлайһың. 23.00 сәғәттән 4.00-гә тиклем комендант сәғәте ғәмәлдә. Снарядтар шартлау эҙемтәләре шунда уҡ күҙгә ташлана. Мәҫәлән, Красный Лучта ҡунаҡхананы һәм тотош кварталды бомбаға тотҡандар, “Азовсталь” урынында әлегәсә емереклектәр ята, ә Донецк үҙәгендә театрға һәм Пушкиндың һәйкәленә тиклем снаряд килеп еткән. Һуғыш һулышын тәнеңдең һәр күҙәнәге менән тояһың.
Журналистарға “ҡоштар”ҙың нисек эшләүен күҙәтергә лә тура килгән. Мәҫәлән, Запорожьеға һуңғы барыуҙарында яугирҙәр көн-төн тиерлек дрондар һөжүме тураһында мәғлүмәттәр ала. Ундай ваҡытта улар пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы ут аса. Журналистарҙы беҙҙең яугирҙәрҙең мәргәнлеге хайран ҡалдыра. Был сәфәр барышында өс тапҡыр ошондай хәлгә осрайҙар, өсөһөндә лә пилотһыҙ осоу аппараты атып төшөрөлә.
– Артабан төркөмөбөҙ Бердянск ҡалаһына барып урынлашты. Иртәнсәк тағы атыу тауыштарынан уянып киттек. Егеттәр: “Вәдүт, ни эшләп дрондар һинең артыңдан йөрөй ул?” – тип көлә. Өс көндә өс дронды атып төшөрҙөләр, барыһы ла беҙҙең эргәлә, күҙ алдында булды тигәндәй, – тип иҫкә ала әңгәмәсем командировка мәлдәрен.
Вәдүт Ғәйфулла улы ундай мәлдә ҡурҡыу тойғоһо барлыҡҡа килеүен йәшермәй, әммә уны еңә белергә кәрәк, юғиһә, эшең – эш булмаясаҡ, ти.
– Яугирҙәр тәү сиратта нимәләргә мохтаж?
– Коллегалар менән беренсе тапҡыр барғанда бер миллион һум самаһы аҡса йыйғайныҡ. Был суммаға камера һәм смартфондар менән йыһазландырылған ҡиммәтле Mavic Classic маркалы өс дрон һәм тепловизор һатып алдыҡ. Улар фронтта иң кәрәкле ҡорамалдарҙан һанала. Теләге булған һәр кем гуманитар йөк туплауға өлөш индерҙе. Хаҡлы ялдағы журналист Зөһрә апай Ҡотлогилдина багажник тулырлыҡ итеп киптерелгән емештәр килтерҙе.
Айырыуса билдәләп әйткем килә: һалдаттарыбыҙҙың бөтә кәрәкле нәмәһе бар, сөнки республика Радий Хәбиров етәкселегендә даими рәүештә гуманитар ярҙам ебәреп тора. Әммә шул уҡ ваҡытта яугирҙәргә тыуған ерҙән бәләкәй генә күстәнәс йәки яҡшы хәбәр алыу ныҡ ҙур әһәмиәткә эйә. Күптәр ярҙам ебәреп кенә ҡалмай, егеттәр янына үҙҙәре барып ҡайта.
Күптән түгел республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова яугирҙәр янында булды. Уның менән беҙ ҙә осраштыҡ. Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары ҙур ғына гуманитар ярҙам – генераторҙар, рациялар, аккумуляторҙар, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, һыу, кейем-һалым, йоҡо ҡапсыҡтары туплап ебәргән.
Матбуғат йортонда маскировкалау селтәре үреү эше ойошторолдо. Был эшкә коллегалар ихлас ҡушылды. Ә барыһы ла былтыр декабрҙә беҙҙең “Башҡортостан” гәзите коллективынан башланды. Тап шул мәлдә МХО биләмәһенә сираттағы командировкаға йыйына инек. “Егеттәргә нимә алып барырға?” тигән һорау тыуҙы. Ул саҡта коллегаларым “Маскировка “Щит” Өфө” берләшмәһе менән бергә ҙур, яҡшы селтәрҙәр үреү эшен башлаған ине, шуларҙы үҙем менән алдым. Хәҙер инде һәр сәфәребеҙҙә яугирҙәргә маскировкалау селтәре алып барабыҙ.
– МХО биләмәһендә булғандан һуң күңелдә ниндәй тойғолар ҡала?
– Иң ауыры тәүге сәфәр булғандыр. Бөтә күргән-кисергәндәребеҙҙе уҡыусыға еткереү теләге менән юлға сыҡтыҡ. Аныҡ планыбыҙ, эшкә дәртебеҙ, әҙерлегебеҙ бар ине, әммә эске кисерештәр йәһәтенән ни тиклем ауыр буласағын күҙ алдына ла килтермәгәнбеҙ. Беҙ – бер ваҡытта ла һуғыш күрмәгән, был хаҡта тик олатайҙарҙың һөйләүенән генә ишетеп үҫкән кешеләр. Унда барып, бер нисә көн үткәс, һалдаттар менән айҙар дауамында бергә йәшәйбеҙ кеүек тойола башланы. Ошо тойғо ҡайтҡанда ла ебәрмәне. Күңелең тегендә, күгендә пилотһыҙ осоу аппараттары өйрөлгән емерек ҡалала, тороп ҡалған кеүек. Бар булмышың шунда кире тартыла, бәлки шуға ла МХО биләмәһенә биш тапҡыр барғанмындыр. Һәр командировканан һуң аҙналар буйы ундағы хәлдәр, һалдаттар күҙ алдынан китмәй, хатта төштәргә инә. Ғәҙәти тормошҡа ҡайтыу өсөн арыу уҡ ваҡыт кәрәк.
Унда булғандар ныҡ ҡына үҙгәрә, тип уйлайым. Ҡайһы берҙә МХО-ға журналист сифатында түгел, яугир булараҡ барғы килеп китә, һәм бәғзе бер ҡыйыу егеттәребеҙ, ҡулына ҡорал алып, ил һағына баҫа ла. Мәҫәлән, тележурналистар Рафиҡ Әхмәтшин менән Бәйтулла Фәтҡуллин доброволец булып китте.
Махсус хәрби операция биләмәһенә барыу – минең өсөн ябай командировка ғына түгел, ә журналист миссияһының әһәмиәтен тәрән аңлау билдәһе лә. Журналистар МХО биләмәһендәге ваҡиғалар тураһында һөйләп кенә ҡалмай, хәрби хәрәкәттәрҙең уртаһында булған кешеләрҙең хис-тойғоларын, күңел кисерештәрен еткерә, ысынбарлыҡтағы хәл-торошто һүрәтләй. Былар барыһы ла ябай халыҡ әлеге ваҡиғаларҙың мөһимлеген дөрөҫ аңлаһын һәм баһалаһын өсөн кәрәк.
Авторы – Карина ВӘЛИЕВА.
Фотолар В. Исхаҡовтың шәхси архивынан.