Бөтә республика менән бергә Йылайыр районы халҡы ла махсус хәрби операция биләмәһендә ил именлеген һаҡлаған яугирҙәргә ихлас ярҙам итә. Был эшкә хатта мәктәп уҡыусылары ла ҙур теләк менән ҡушыла. Йылайырҙың “Сельские огни” гәзите ошондай шәп егеттәрҙең береһе – Юлдыбай мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Эмиль Кузнецов тураһында яҙҙы.
Эмилде һәм уның һеңлеһе Ульянаны, опекун булараҡ, өләсәләре Зөлфиә Сәйфетдин ҡыҙы Мәхмүтова тәрбиәләй.
– Улар – минең мәрхүмә ҡыҙымдың балалары, ҡыҙым бик иртә, 35 кенә йәшендә, үлеп ҡалды. Эмиль менән Ульяна бәләкәйҙән тырыш, аҡыллы балалар булып үҫте, - ти өләсәй.
2023 йылдың февралендә Зөлфиә Сәйфетдин ҡыҙы Эмиль менән бергә яугирҙәргә тәүге гуманитар ярҙам туплап ебәрә. Ул саҡта улар сәй, ҡайнатма, дарыуҙар әҙерләй.
Эмилдең үҙе менән дә әңгәмәләштек.
– Юлдыбай урта мәктәбенең 10-сы класында уҡыйым. Спорт яратам, волейбол менән шөғөлләнәм. Волейбол буйынса мәктәп һәм ауылдың йыйылма командаһы составында уйнайым, - ти егет.
- Ә ни өсөн мотоциклдыңды МХО биләмәһендәге егеттәргә ебәрергә ҡарар иттең?
- Өләсәйем менән ҡараған бер видеола хәрбиҙәр яралыларҙы яу яланынан мотоциклда алып сыға. Мин шунда уҡ үҙемдең мотоциклымды фронттағы егеттәргә ебәрергә тәҡдим иттем. Ул саҡта миңә яңы мопед һатып алғандар ине. “Миңә ике мототранспорт нимәгә?” тип уйланым һәм мотоциклды яугирҙәргә ебәрергә ҡарар иттем. Ул уларға нығыраҡ кәрәк, - ти Эмиль.
Ул ирекмәндәрҙең ярҙамы менән мотоциклын Йылайырға алып барып, “ГАЗель”ға үҙе тейәп ебәргән. Тап ошо Эмиль кеүек ярҙамсыл, рухлы, илһөйәр егеттәр менән көслө беҙҙең илебеҙ.
Фотолар Зөлфиә Мәхмүтованың шәхси архивынан.
Сығанаҡ: https://selskieogni.ru