Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Ҡыйышҡы ауылында тыуып үҫкән “Танкист” позывнойлы егет махсус хәрби операция башланыу менән һуғыш барған зонаға йүнәлде. Бәләкәй саҡтан хәрби булырға хыялланған үҫмер күп балалы ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. Белемгә ынтылып, хеҙмәт һөйөп үҫкән егет Башҡортостан дәүләт педагогия университетының физик культура факультетына уҡырға инә. 2017 йылда армияға саҡырыла. Ярты йыл Читала, аҙаҡ Мәскәү эргәһендәге танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, тәүҙә Ҡабаҡ кирбес заводында, аҙаҡ “Башпромторг” йәмғиәтендә экспедитор булып эшләй. Ғаилә ҡора.
– Атайым үҙенең өлгөһөндә беҙҙә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләп үҫтерҙе. Минеңсә, ир-егет ғаилә терәге булыуҙан тыш, Ватан һаҡсыһы ла булырға тейеш. Бала саҡтан хәрби булырға хыялландым, – ти “Танкист”.
Хәҙерге ваҡытта ул мотоуҡсылар полкында отделение командиры булып хеҙмәт итә. Батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн “Хәрби батырлыҡ өсөн” , “Донбассты азат иткән өсөн” миҙалдары менән наградланған. “Танкист”ың ата-әсәһенә ул хеҙмәт иткән часть командованиеһынан шундай яҡшы ул тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн Рәхмәт хаты килгән, тип яҙа “Кармаскалинская новь”.
Хәрби хәрәкәттәр барышында “Танкист” яраланғас, госпиталдә дауалана. Һауыҡҡандан һуң яңынан махсус хәрби зонаға китә. Яҡташтары уға һаулыҡ, яҡшы кәйеф, рух ныҡлығы теләй.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.Контракт төҙөүсе хәрбиҙәр тәүге айҙа 1 720 000 һум күләмендә түләү аласаҡ.
Өфө ҡалаһы контрактниктар өсөн бер тапҡыр бирелеүсе түләүҙе 400 мең һумға тиклем арттырҙы. Стәрлетамаҡ ҡалаһы шулай уҡ контрактниктарға ошо уҡ күләмдә аҡса түләй. Тулыраҡ мәғлүмәтте 122, 8 800 550 5525 телефондары аша, шулай уҡ Башбат.рф сайтында алып була.
Фото: https://vk.com/karmaskaly_rayon