Геройҙар дәүере
2 Декабрь 2024, 08:00

Яугир ҡыҙына көтөлмәгән бүләк яһаған

Әйтеүенсә, уның атаһы ла Афғанстан һуғышында ҡатнашҡан, ә олатайҙары Бөйөк Ватан һуғышында ил һаҡлаған.

Яугир ҡыҙына көтөлмәгән бүләк яһағанЯугир ҡыҙына көтөлмәгән бүләк яһаған
Яугир ҡыҙына көтөлмәгән бүләк яһаған

Дәүләкәндән МХО-ла ҡатнашҡан яугир ялға ҡайтҡан һәм ҡыҙы уҡыған лицейға юлланған. Ул ҙур гөлләмә тотоп килеп ингән, ҡыҙы атаһын күреп уның ҡосағына ташланған. Атай менән ҡыҙҙы бөтә класс менән алҡышлағандар.

«Баш» позывнойлы яугир 2023 йылдың июненән Миңлеғәле Шайморатов батальоны составында махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ул тәүге көндән алғы һыҙыҡта, яралыларҙы эвакуциялау буйынса командир вазифаһын атҡара. Сентябрь айында үҙе лә яраланып госпиталгә эләккән.

Яугир әйтеүенсә, уның атаһы ла Афғанстан һуғышында ҡатнашҡан, ә олатайҙары Бөйөк Ватан һуғышында ил һаҡлаған. Шуға күрә ул да бөгөн Ватан һағына баҫырға ҡарар иткән.

Сығанаҡ: "Башҡортостаным. Яңылыҡтар".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас