Геройҙар дәүере
6 Декабрь 2024, 11:00

Йылдан ашыу махсус хәрби операцияла булып ҡайтты

“Самурай” позывнойлы яугир пилотһыҙ осоу аппаратына идара иткән, ҡаршы яҡтың тылында разведка эше алып барған.

Йылдан ашыу махсус хәрби операцияла булып ҡайттыЙылдан ашыу махсус хәрби операцияла булып ҡайтты
Йылдан ашыу махсус хәрби операцияла булып ҡайтты

Юлай Талха улы Бөтә донъя ирекмәндәр көнөнә бәйле изге күңелле яҡташтарға ихлас күңелдән йылы теләктәрен, рәхмәт һүҙен еткерҙе. “Мин дә үҙ теләгем менән яуға юлландым. Контракт тамамланғас, кире үҙ вазифамда эш башланым”, - тине Юлай Талха улы һәм махсус хәрби операциялағы хәлдәр менән таныштырҙы, журналистарҙың һәм яҡындары яуҙа йөрөгәндәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.

“Самурай” ҡушаматлы яугир, күптәр уйлағанса, штабта боҫоп ултырмаған, пилотһыҙ осоу аппаратына идара иткән, ҡаршы яҡтың тылында разведка эше алып барған, “ҡошсоҡ”тарҙы техник хеҙмәтләндергән. “Юғалтыуҙар ике яҡта ла булды, беҙҙең бригаданы Хоҙай һаҡланы”, - ти Юлай Талха улы.

Журналистарҙы яугирҙәрҙең йәшәү торошо, аҙыҡ-түлек, кейем, ҡорал менән тәьмин ителеше, гуманитар ярҙамдың барып етеү-етмәүе ҡыҙыҡһындырҙы.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall538716002_28633

Йылдан ашыу махсус хәрби операцияла булып ҡайтты
Йылдан ашыу махсус хәрби операцияла булып ҡайтты
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас