Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бик күп ярҙам саралары индерелде, улар уңышлы эшләп килә. Балалы ғаиләләргә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Шулай уҡ федераль властар индергән ярҙам да бар. Һөҙөмтәлә бөгөн Башҡортостанда 40-ҡа яҡын ярҙам сараһы эшләй.
Төрлө матди ярҙам төрҙәре араһында яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына юридик ярҙам да бик мөһим. Республикала “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы ошо ярҙамды ойошторған. Улар Башҡортостандың дәүләт юридик бюроһы, шулай уҡ Башҡортостандың адвокаттар палатаһы менән берлектә эшләй.
Хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына тулы квалификациялы һәм бушлай юридик ярҙам күрһәтелә, законлы хоҡуҡтарҙы үтәү мәсьәләләре буйынса консультациялар ойошторола, яугирҙәргә һәр яҡлап ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт бирелә һәм көнкүреш, тормош мәсьәләләрен хәл итеүҙә булышлыҡ итәләр.
“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, халыҡ уларға тәүге көндән алып әүҙем мөрәжәғәт итә, күптәргә юридик ярҙам талап ителә.
Дәүләт юридик бюроһында МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә бушлай юридик ярҙам күрһәтелә. Белгестәр килгәндәрҙе һәм телефондар буйынса консультациялар бирә:
Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3, тел. 8(347) 272-29-23, 8(347)218-11-94
Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 180, тел. 8(347) 216-17-11
Нефтекама ҡалаһы, Нефтяниктар урамы, 22, 114-се бүлмә, тел. 8(34783) 4-45-30
Октябрьский ҡалаһы, Чапаев урамы, 16, тел. 8(34767) 6-05-06
Сибай ҡалаһы, Ленин урамы, 12, 105-се бүлмә, тел. 8(34775) 2-23-82
Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Хоҙайбирҙин урамы, 83, тел. 8(3473) 33-58-29
Мәсәғүт ауылы, И.Усов урамы, 3, тел. 8(34798) 3-36-63