Әбйәлил раойнының Ҡушый ауылы уңғандары махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән яугирҙәргә күстәнәс әҙерләгән.
"Красная Башкирия" ауыл хужалығы кооперативы" ЯСЙ-һы етәксеһе Раил Фәхрисламов махсус хәрби операцияла булған яугирҙәргә инселәп ике башмаҡ биргән, уларҙан Ҡушый уңғандары быҡтырылған ит эшләгән.
Башмаҡтарҙы Ильяс, Сәғәҙей, Ишдәүләт Һибәтовтар һуйып, итте турап биргәндәр. Ауылдың шәп килендәре һәм ҡыҙҙары Зәйтүнә Сафина, Сания, Илсиә һәм Гөлдәр Һибәтовалар, Мөнирә, Гөлфирә, Әминә Шәрәфетдиновалар, Гөлшат Ишберҙина итте матурлап турап, тәмләткестәр ҡушып, банкаларға тултырып быҡтырған.
Шулай итеп, 400 банка быҡтырылған ит ошо көндәрҙә "Красная Башкирия"лар ебәргән гуманитар ярҙам менән махсус хәрби операция зонаһына оҙатыласаҡ.
Яугирҙәребеҙ тәмле өй ашы менән һыйланып, тиҙерәк еңеү менән ҡайтһын, ти әбйәлилдәр.
Фото һәм сығанаҡ: "Осҡон" гәзите.