Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың халыҡ менән тура бәйләнешендә махсус хәрби операция, яугирҙәргә ярҙам, МХО ветерандарына, инвалидтарына төрлө яҡлап булышлыҡ, уларҙың социалләшеүе, граждандар тормошона яраҡлашыуы, ғаиләләрен хәстәрләү темаларына ҙур иғтибар бүленеүе ошо йәһәттән эшмәкәрлекте тағы ла киңәйтеүгә, яңы маҡсаттар ҡуйыуға этәргес бирҙе, ти “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республикалағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
– Беҙҙең яугирҙәр үҙҙәре генә түгел, ә яҡындары ла осрап торған төрлө көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Радий Фәрит улы уларҙың һәр береһенә аныҡ яуап бирҙе, – ти Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы. – “Махсус хәрби операция яугирҙәре, ветерандары, уларҙың ғаиләләре дәүләт тарафынан иғтибар, ярҙам тойһон өсөн барыһы ла эшләнә”, – тине республика Башлығы.
Бөгөн тормош, уның тирәләй шарттар шул ҡәҙәр йылдам үҙгәреш кисереп, беҙҙән тиҙ һәм хәл иткес ҡарарҙар талап итә. Заман ҡуйған бындай саҡырыуҙарға һәр саҡ әҙербеҙ. Барлыҡ бурыстарҙы хәл итә аласаҡбыҙ тип ышанам.
Тура бәйләнештә республика Башлығына махсус хәрби операция ветераны Константин Алексеев, диспансерлаштырыуҙы Өфөлә, барлыҡ белгестәр булған ерҙә, үтеү мөмкинлеге тураһында һораны. Ни өсөн тигәндә, райондарҙа табиптар етешмәй, шул уҡ ваҡытта барыбер баш ҡалалағы неврологтарға, хирургтарға һәм башҡа белгестәргә ебәрәләр. Һорауға яуап биреп, Радий Хәбиров, республика райондарында диспансерлаштырыу үтеү өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ, тип белдерҙе. Өфөгә йөрөү ветеран яугирҙәргә ауырлыҡ тыуҙыра, йәнә баш ҡала поликлиникаларына көсөргәнеш төшәсәк, тине ул.
Башҡортостан Башлығына һорау биргән икенсе яугиребеҙ Азамат Әйүпов, махсус хәрби операцияла ҡатнашып, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә пандустар ҡуйыласаҡмы, тип ҡыҙыҡһынды. Ул үҙе – беренсе төркөм инвалиды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, шәхси йорттарға пандус ҡуйыу өсөн республика ҡаҙнаһынан аҡса бүлеү юридик яҡтан ауыр, бындай һорауҙар күпме ҡабул ителеүенә ҡарап, мәсьәлә хәл ителәсәк. Икенсе вариант бар – бюджеттан тыш сараларҙан финанслау.
Радий Фәрит улы республикала социаль такси проектының тормошҡа ашырылыуы тураһында ла һөйләне. Бындай хеҙмәттән коляскала хәрәкәт иткән инвалидтар ҙа файҙалана ала. Тәүге алты машина алынды. Әммә был диңгеҙҙәге тамсы кеүек кенә. Мохтажлыҡты билдәләп, социаль такси проектын киңәйтеү хаҡында һөйләшеү мөһим.
Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы тура бәйләнештә Башҡортостанда Рәсәй Оборона министрлығының Хәрби-социаль үҙәге асылыу тураһында хәбәр итте. “Һөҙөмтәлә хәҙер махсус хәрби операция яугирҙәре “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республикалағы филиалына мөрәжәғәт итеп, Рәсәйҙең Оборона министрлығы компетенцияһындағы мәсьәләләрҙе хәл итә аласаҡ. Хәрби-социаль үҙәккә мобилизацияланғандар, контрактсылар, доброволецтар, Рәсәй Хәрби көстәре сафынан эштән киткәндәр һәм барыһының да ғаилә ағзалары мөрәжәғәт итә ала. Хеҙмәтләндереү “берҙәм тәҙрә” рәүешендә ойошторола.
“Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға административ, мәғлүмәти, страховкалау, финанс, хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһы юллау мәсьәләләре буйынса оператив ярҙам күрһәтеләсәк. Улар үҙҙәренә тейешле түләүҙәрҙе, документтарҙы тиҙ арала алырға тейеш, – ти Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы. – Беҙҙең бурыс – йылдам һәм системалы ярҙам итеү. Халыҡ менән тура бәйләнештә республика Башлығы Радий Хәбиров ошо мәсьәләләрҙең бөгөн үтә мөһимлеген, иғтибар үҙәгендә торорға тейешлеген билдәләп, махсус хәрби операция яугирҙәренә, ветерандарына, барыһының ғаиләләренә өмөт һәм ышаныс өҫтәне, уларҙы хеҙмәтләндергән ойошмаларға, шул иҫәптән беҙҙең “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалына яңы мөһим бурыстар ҡуйҙы. Әйтелгәндәр үтәләсәк”.
Фотолар "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалының "Бәйләнештә"ге төркөмөнән алынды.