Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың халыҡ менән сираттағы тура бәйләнешендә махсус хәрби операция темаһына айырыуса ҙур иғтибар бүленде.
Республика етәксеһе МХО яугирҙәренә, ветерандарына, уларҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам сараларын күрһәтеү эшен киңерәк йәйелдереү, һәр мөрәжәғәтте контролдә тотоу мөһимлеген белдерҙе. Сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар ҙа саҡырылғайны. Улар үҙ сығышында төрлө көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрҙе.
“Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы – бөгөн төп кеше. Республика яугирҙәребеҙгә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү барыһын да эшләргә тейеш һәм эшләйәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Төбәгебеҙгә яраланыу сәбәпле ҡайтҡан хәрбиҙәрҙе тәү сиратта реабилитациялау, һаулыҡтарын нығытыу хаҡында уйлайбыҙ. Төп иғтибар шуға йүнәлтелә. Ғөмүмән, яугирҙәребеҙ менән төрлө яҡлап эшләргә өйрәнәбеҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре депутат та булып китә. Илеш районында бер яугиребеҙ – ауыл биләмәһе башлығы.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалына социаль координатор булып та урынлаша. Улар ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешеләрҙең мохтажлыҡтарын яҡшы аңлай. Әлбиттә, беҙ яугирҙәребеҙҙе идара итеү йүнәлешендә, шул иҫәптән Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә лә күрәбеҙ. Улар оло тәжрибәле, сыҙамлы, һиҙгер, ҡаһарман – был сифаттар командабыҙҙы көсәйтәсәк кенә”.
Шундайҙар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан офицер, хәрби разведчик, Батырлыҡ, Шайморатов ордендары, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы кавалеры Оскар Ситдиҡов та бар. Ул МХО яугирҙәрен һөнәри йәһәттән үҫтереүгә, ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән “Геройҙар дәүере” президент кадрҙар программаһында ҡатнашты. Хәрбиҙең остазы республика етәксеһе Радий Хәбиров булды. Оскар Ихтибар улы Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә стажировка үтте. Хәҙер ул – республиканың Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы идараһы рәйесе.
– Башҡортостанда МХО яугирҙәренә ярҙам, ветерандарҙы төрлө яҡлап хәстәрләү эше тотороҡло системаға һалынған. Республика Башлығының халыҡ менән тура бәйләнешендә әйтелгәндәр, күрһәтелгәндәр быны тағы ла бер ҡат ныҡлы раҫланы, – тине Оскар Ситдиҡов, мөһим сараға бәйле тәьҫораттары менән уртаҡлашып. – МХО ветерандарына етди ярҙам саралары күрһәтелә. Был йәһәттән “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республикалағы филиалы һөҙөмтәле эшләй.
Мин башҡа төбәктәрҙәге хеҙмәттәштәрем менән аралашып торам. Улар Башҡортостан яугирҙәренә күрһәтелгән ярҙам сараларына көнләшеп тиерлек ҡарай. Бындай етди булышлыҡ илебеҙҙең бүтән төбәктәрендә юҡ. Ошондай хәстәрлектә республика етәксеһе Радий Хәбировтың өлөшө ҙур.
Фото "Республика Башкортостан" гәзите сайтынан алынды.