– Мин “Башҡорт” йәки “Сыңғыҙ” тигән позывной алырға теләгәйнем, әммә бында килгәс, ундай атамалы яугирҙәрҙең ныҡ күп булыуын белдем, шуға күрә ошо “Зодиак”ҡа туҡталдым. Үҙем яратып ҡараған бер фильмдағы геройҙың ҡушаматы шулай ине, – тип аңлатты яугир.
“Зодиак” Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында тыуып үҫкән.
– 2014 йылда урта мәктәпте тамамлағас, хәрби училищеға уҡырға индем. Разведка йүнәлеше буйынса Новосибирскиҙағы уҡыу йортон һайлағайным, һуңынан беҙҙең бүлексәне Рязангә күсерҙеләр. Шулай итеп, Рязань гвардия юғары һауа-десант команда училищеһында урта һөнәри программа буйынса уҡып, уны 2017 йылда тамамлап, прапорщик булып сыҡтым. Елань, Абакан ҡалаларындағы хәрби частарҙа хеҙмәт иттем. Ә бөгөн инде, күреүегеҙсә, “Башҡортостан” полкындамын, – тип хәрби хеҙмәте тураһында бәйән итте Бөрйән егете.
Һөнәрен ике туған ағайҙарының өлгөһөнә эйәреп һайлай ул. Мәктәптә уҡыған йылдарында маҡсатлы рәүештә хәрби уҡыу йортона инергә әҙерләнә: гер күтәреү, еңел атлетика кеүек спорт төрҙәре менән шөғөлләнә, район, зона, республика ярыштарында еңеүҙәр яулай, үҙен төрлө яҡлап үҫтерә, сыныҡтыра. Артабан училищела уҡыған осоронда спорт мастерлығына кандидатлыҡ нормативын уңышлы яҡлай. Ә инде махсус хәрби операцияға килеүен, йәғни 2022 йылда контрактын оҙайтыуын мәктәп, училище биргән тәрбиә, бала саҡтан күңеленә һеңгән илһөйәрлек тойғоһо менән аңлатты. “Был хис беҙҙең күңел түрендә, уны бер нисек тә аңлатып булмай”, – тине Бөрйәндең рухлы егете.
Әлеге ваҡытта “Зодиак” рота командирының хәрби-сәйәси эш буйынса урынбаҫары, һалдаттар теле менән әйткәндә – “замполит”. Быға тиклем взвод командиры булып хеҙмәт иткәнендә яраланырға ла тура килгән уға. Госпиталдә дауаланғандан һуң яңынан сафҡа баҫҡан.
Тыуған төйәгендә “Зодиак”ты ата-әсәһе, ике һеңлеһе, туғандары һағынып көтә.
– Улар минең хәрби юлды һайларға теләүемде алдан уҡ яҡшы белә ине, шуға күрә һис ҡаршылыҡ күрһәтмәнеләр. Училищела уҡыу осоронда яҡындарымдың ҙур ярҙамын тойҙом, – ти яугир.
Әлеге мәлдә “Башҡортостан” полкындағы Бөрйән егеттәре мөмкинлек тыуғанда бер-береһе менән аралашып, тыуған яҡ сәләмдәре менән уртаҡлашып, терәк-таяныс булып йәшәргә тырыша. “Зодиак”ҡа һәм уның яуҙаштарына именлек теләп, тыуған республикабыҙҙа тағы ла осрашырға яҙһын тигән изге ниәттә хушлаштым.
Авторы - В. УРАЗБАЕВ.
Запорожье өлкәһе.
Автор фотоһы.