Бөгөн, 9 декабрҙә, Рәсәйҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнә. Был иҫтәлекле дата – ҡаһарман ата-бабалар иҫтәлегенә генә түгел, ә почетлы наградаларға лайыҡ булған бөтә хәҙерге геройҙарға хөрмәт күрһәтеү.
Байрам хөрмәтенә Өфөлә сәскә һалыу тантаналары үтте. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров Башҡортостан республикаһының күп милләтле халҡы исеменән Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзалары, көс ведомстволары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында Мәңгелек утҡа һәм мемориалдарға сәскә һалыу тантанаһы Еңеү паркында ла үтте. Унда юнармиясылар, кадеттар, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.
Артабан абруйлы ҡунаҡтар геройҙарға хөрмәт күрһәтте һәм Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәленә сәскә һалды.
Белешмә: Иҫтәлекле дата Ватан Геройҙары көнө йәштәрҙә ватанға фиҙакәр хеҙмәт итеү идеалдарын формалаштырыуға булышлыҡ итә.
Ватан Геройҙары көнөн байрам итеү тарихы изге Георгий Победоносец исеме менән тығыҙ бәйле. XI быуатта был көндө Рустә бөйөк шәһит хөрмәтенә беренсе ғибәҙәтхана изгеләндерелә, уға кенәз Ярослав Мудрый үҙенең күктәге ҡурсалаусыһы хөрмәтенә нигеҙ һала.
Һуңыраҡ, 1769 йылдың 9 декабрендә (иҫке ваҡыт буйынса 26 ноябрҙә), императрица Екатерина II указы менән Изге Георгий ордены булдырыла, ул Рәсәй империяһында юғары хәрби наградаға әйләнә.
Уны алыштарҙа һәм яуҙарҙа батырлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән юғары дәрәжәле хәрби хеҙмәткәрҙәргә тапшыралар.
Бер нисә быуат дауамында ошо көндә Георгий кавалерҙары көнө билдәләнә. Октябрь революцияһынан һуң тантана, ордендың үҙе кеүек үк, бөтөрөлә. Бары 2000 йылда юғары хәрби награда статусы тергеҙелә.
Фото: pravitelstvorb.ru.