Геройҙар дәүере
11 Декабрь 2024, 17:45

Соцкоординаторҙар МХО яугирҙәренә ярҙам итә

Башҡортостандың Бүздәк районында социаль координатор Гөлфиә Ғабдрафиҡова комплекслы ярҙам күрһәтә. Уның тәрбиәләнеүселәренең береһе - МХО ветераны Рөстәм Бабаджанов.

Соцкоординаторҙар МХО яугирҙәренә ярҙам итәСоцкоординаторҙар МХО яугирҙәренә ярҙам итә
Соцкоординаторҙар МХО яугирҙәренә ярҙам итә

 «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының Башҡортостандағы 97 социаль координаторы хәрби хеҙмәт ветерандары һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә туранан-тура ярҙам итә. Бөтә кәрәкле документтарҙы рәсмиләштерергә, ғәмәлдәге ярҙам сараларын алырға, ә республикала улар 40-тан ашыу, һаулығын нығытырға, яңы һөнәргә уҡырға һәм тыныс тормошта йәшәргә өйрәнергә - был мәсьәләләрҙе социаль координаторҙар хәл итешә.

Башҡортостандың Бүздәк районында социаль координатор Гөлфиә Ғабдрафиҡова комплекслы ярҙам күрһәтә. Уның тәрбиәләнеүселәренең береһе - МХО ветераны Рөстәм Бабаджанов. Соцкоординатор уға дауаланырға һәм реабилитация курсын үтергә ярҙам иткән, кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса документтар юллашҡан.  Район хакимиәте юрисы менән бергә Гөлфиә Ғабдрафиҡова судҡа ғаризалар әҙерләп, кредит бурыстары буйынса мәсьәләне лә хәл иткәндәр.

Шулай уҡ соцкоординатор Рөстәмгә корсет һатып алырға ярҙамлашҡан бағыусы тапҡан. Спонсор билдәһеҙ булып ҡалырға теләй, ә фонд тәрбиәләнеүсеһе хәҙер фонд сараларында ҡатнаша ала. Рөстәмдең хыялы - биомеханик протез ҡуйғандан һуң эшкә урынлашыу.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фондын Рәсәй Президенты указы буйынса булдырҙылар.

Фондтың республика филиалы эшмәкәрлеге тураһында тулыраҡ бында: https://vk.com/public220653548

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан.

Эш ваҡыты: 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, ял көндәре юҡ. Алдан консультация өсөн телефон: 8 (347) 268-01-02.

 Фото: “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы.

Мәғлүмәт:  

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас