Яңыраҡ Махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Хан” позывнойлы яугир генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде.
“Хан” Донецк ҡалаһында хеҙмәт иткәндә үҙен ысын илһөйәр һәм Ватан һаҡсыһы итеп күрһәтә. 2022 йылда контрактҡа ҡул ҡуйғас, ул идара итеү ротаһына ҡушыла, санинструктор вазифаһын башҡара.
“Уның ҡыйыулығы һәм иң киҫкен мәлдәрҙә ярҙамға килергә әҙерлеге иғтибарһыҙ ҡалмай. Награда ла уның ҡыйыулығы һәм изге эшкә тоғролоғо өсөн лайыҡлы баһа. Яҡлаусыбыҙҙы юғары награда менән ҡотлайбыҙ. Артабан да уңышлы хеҙмәт итеүен һәм иҫән-һау тыуған еренә ҡайтыуы теләйбеҙ. Ғорурланабыҙ!” – тип белдерҙе Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Фото: vk.com/yusupovrif.