Геройҙар дәүере
12 Декабрь 2024, 15:25

"Башҡортостан халҡына рәхмәт!"

Радий Хәбировтың “әлеге ваҡытта яугирҙәр – иң мөһим кешеләр” тигәне оҡшаған "Музей"ға.

"Башҡортостан халҡына рәхмәт!""Башҡортостан халҡына рәхмәт!"
"Башҡортостан халҡына рәхмәт!"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә ҙур иғтибар махсус хәрби операция яугирҙәре һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү темаһына арналды. Әлеге ваҡытта МХО-нан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан "Музей" позывнойлы Марат ЗӨЛҠӘРНӘЕВ сарала ҡатнашты һәм тәьҫораттары менән уртаҡлашты. 

– Мин әлеге ваҡытта махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайттым һәм республика Башлығы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһен барып тыңлау мөмкинлеге сыҡты. Һәр ваҡыттағыса, төплө әҙерләнгән мөһим сығыш булды ул. Алдағы йылдарға аныҡ план билдәләнде. Миндә тик яҡшы тәьҫораттар ҡалды, киләсәккә өмөт бар. Һәр тармаҡҡа ҙур иғтибар бирелде.

Айырыуса махсус хәрби операция темаһы көнүҙәк булды. Уның “әлеге ваҡытта яугирҙәр – иң мөһим кешеләр” тигәне оҡшаны. Башҡортостанда яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә бик күп ярҙам саралары булдырылды. Бөгөн яугирҙәр уларҙың бөтәһенән дә файҙалана. Махсус хәрби операция биләмәһендә беҙ тотош Башҡортостан халҡының, шәхсән Радий Фәрит улының ярҙамын ныҡ тоябыҙ. Форсаттан файҙаланып, ошолар өсөн етәкселеккә һәм республика халҡына ҙур рәхмәт еткергем килә, - тине ул. 

Фото: скриншот. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас