Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, төп темаларҙың береһе – махсус хәрби операция, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам. Башҡортостан Башлығы республиканың фронтҡа ышаныслы тылға әйләнеүен билдәләне. ОПК предприятиелары оборона заказын үтәү өсөн етештереү күләмдәрен арттыра. Республика БПЛА етештерә, операторҙар әҙерләй.
– Башҡортостан фронтҡа, яңы төбәктәргә, Курск һәм Белгород өлкәләренә 139 гуманитар ярҙам колоннаһын оҙатты. Медиктар, төҙөүселәр, юл һәм коммуналь хеҙмәткәрҙәр унда тыныс тормошто тергеҙергә ярҙам итә. Беҙҙең “мәрхәмәтлек туташтары” ҡатын-ҡыҙҙар ирекмәндәр отряды составында госпиталдәрҙәге яугирҙәрҙе ҡарай.
Медик-ҡатын-ҡыҙҙарҙың тәүге ирекмәндәр отрядында Бишбүләк районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Эллина Заһит ҡыҙы Суфьянова ла махсус хәрби операция зонаһына барҙы”, – тип билдәләне республика етәксеһе һәм ирекмәндәргә эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостан артабан да махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүен дауам итәсәк. Әлеге ваҡытта республикала 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә. Быйыл ғына ошо маҡсатта 10 миллиардтан ашыу һум аҡса йүнәлтелгән.
– Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары менән дауалау һәм реабилитациялау эшенең бөтә төрҙәрен дауам итербеҙ. Хәрби хәрәкәт ветерандарын ҡайтанан һөнәри әҙерләү һәм уларҙы эшкә урынлаштырыу менән әүҙем шөғөлләнергә кәрәк. МХО-ла ҡатнашыусыларҙы идара итеү һәм закондар сығарыу эшенә йәлеп итеү мөһим. Улар хәҙер илебеҙ һәм республикабыҙ өсөн иң төп кешеләр. Ветерандар менән эштә документтар, льготалар тултырғанда ҡатылыҡ, формализм һәм бюрократия булырға тейеш түгел. Уларҙы тулы ҡанлы тормошҡа ҡайтарыу, дауалау, реабилитациялау, эшкә урынлаштырыу һәм башҡалар өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Был мәсьәләләрҙе комплекслы хәл итеү өсөн беҙ республиканың махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһын ойошторабыҙ. Мин Указға ҡул ҡуйҙым, уға ярашлы 2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителә, – тине Радий Хәбиров.
Депутаттар корпусы, башҡарма власть органдары, район һәм ҡала хакимиәттәре, республика йәмәғәтселеге йыл сараларында әүҙем ҡатнашырға тейеш, тип билдәләне республика Башлығы.
Мөрәжәғәтнамәне уҡыған саҡта Радий Фәрит улы Хөкүмәттең яңы составы буйынса фекерен әйтте.
– Мин Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Хөкүмәттең яңы составы буйынса тәҡдимдәремде йүнәлттем. Премьер-министр һәм уның урынбаҫарҙары кандидатуралары һеҙгә билдәле, әле улар беҙҙең парламентта килешеү үтә. Шуны әйткем килә: төп состав һаҡланды, сөнки иң ауыр ваҡытта Хөкүмәт үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы. Депутаттарҙан киләһе аҙнала Хөкүмәт тулыһынса формалашһын өсөн тәҡдим ителгән кандидатураларҙы хуплауҙарын һорайым, – тине Башҡортостан Башлығы.
Алдараҡ билдәле булыуынса, Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһында ҡала. Вице-премьерҙар: Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫарҙары вазифаһына Рөстәм Моратов һәм Урал Килсенбаевтың кандидатураларын, урынбаҫарҙар итеп Азамат Абдрахмановты, Рөстәм Ғәзизовты, Ирек Сәғитовты, Наталья Полянскаяны, Александр Шельдяевты һәм Илшат Фәзрахмановты һайларға тәҡдим итте.
Фото: "Башинформ".