Геройҙар дәүере
12 Декабрь 2024, 13:00

Тыныс йәшәү мөмкин түгел

"Риф Сәғәҙәтулла улы әйтмешләй, тыуған яҡтың ҡәҙерен белер өсөн алыҫ саҡрымдар үтергә, юл ғазабын кисерергә кәрәк..." - ти яҡташ ир-егеттәр. 

Оҙон-оҙон юлдарҙа тыуған яҡ ҡәҙере нығыраҡ беленә

Шатлыҡ янында ла һағыш бар

... Бына тағы яҡташтар сираттағы алыҫ сәфәрҙән яңы тәьҫораттар, уй-кисерештәр менән тыуған Дүртөйлө яҡтарына ҡайтып төштө. Уларҙың ғаиләләргә хат-сәләмдәр тапшырыуҙан тыш, райондаштары менән уртаҡлашыр, күмәкләп фекер алышыр, хәл итер мәсьәләләре лә етерлек. Юлдаштарҙың береһе – “Хөснөтдинов” крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Илшат Әнәс улы. Кәрәк икән, табип-ветеринар, сәсеү етһә – агроном, техника ремонтлау мәлендә – инженер, ғәҙәти тормошта бына тигән ғаилә башлығы, яҡшы әңгәмәсе. Хатта зоотехник һөнәрен дә үҙләштермәксе әле. Алғы һыҙыҡтағы яҡташтарына, уларҙың ихтыяжын өйрәнеп, ярҙам ҡулы һуҙыусы ир-егеттәрҙең береһе лә ул.

– Махсус хәрби операция зонаһына барған юлда ике тәүлек булһаҡ та, уның оҙайлығы әллә ни һиҙелмәне. Бер юлы һигеҙ машинанан торған гуманитар ылау менән ил һағында торған яҡташтарыбыҙға барыу бик яуаплы ла, сауаплы ла эш булыуын яҡшы аңлайбыҙ. Водителебеҙ – класс! Рузил Ағзамов Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, ут-һыуҙы кискән, сыныҡҡан яугир. Уны руль артында бер аҙ барғандан һуң сәфәрҙәшебеҙ, район хакимиәте башлығы Риф Сәғәҙәтулла улы Йосопов үҙе алыштыра.

 “Башҡортостан” полкында барыһы ла беҙҙең яҡташтар, хатта көтмәгәндә Илһам тигән ауылдашымды осратып, бер илле тулҡынланыуҙан ни әйтергә белмәй баҙап торҙом әле. Ул заманында Чечнялағы ҡатмарлы ваҡиғаларға шаһит булған яугир. Иҫке Янтуҙ ауылынан, заманында бер мәктәптә уҡыныҡ. Мин уға ауылдаштары– Янтуҙ ҡатын-ҡыҙҙарының уңғанлыҡтарын, йөрәк йылыһын ҡушып әҙерләгән туҡмасын тапшырып, һөйөндөрҙөм дә, аптыраттым да шикелле. Мин – тәүге тапҡыр махсус хәрби операция барған зонала, шуға күрә минең өсөн шаҡ ҡатырлыҡ, иҫтәлекле хәл-ваҡиғалар етерлек булды.

Тағы бер тулҡынландырғыс осрашыу. Ҡайыш ауылының батыр егете, хәрби миҙалдар менән наградланған “Рэп” позывнойлы Айҙар Ғәликәйевты осратырмын тип кем уйлаған! Геройҙың ҙур портреты Дүртөйлө урамдарының береһен йәмләп, иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Бына хәҙер үҙен дә күрҙек, иҫән-һау...

 Яҡташтарыбыҙға гуманитар йөк туплауҙы районда ауыл советтары эстафета рәүешендә атҡара. Был юлы Йосоп ауылы ҡатын-ҡыҙҙары туҡмас ҡырҡып оҙатһа, Бейектау һылыуҙары сәк-сәк бешереп ебәрҙе. Әңгәсәктәрҙең йылы ойоҡбаштарын, миндектәрен, балын тапшырып, һалдаттарыбыҙҙы ҡыуандырҙыҡ. Айырыуса мунса алып килеүебеҙгә һөйөндөләр. Аҙыҡ-түлек, санитария-гигиена әйберҙәренән тыш, район разведчиктар өсөн ике мотоцикл әҙерләне. “Шәхси посылкалар тәғәйен кешеһенә барып етәме икән?” тип тә шикләнеүселәр барҙыр, бәлки. Уларҙы ышандыра алам, күстәнәс һәм кәрәк-яраҡтарҙы һәр яугирҙең ҡулына шәхсән тапшырҙыҡ. Беҙҙең күҙ алдында һеҙ ебәргән туҡмасты һалып аш бешерҙеләр, рәхмәт әйтеп, маҡтай-маҡтай ашаны егеттәр. Беҙ элек ебәргән мунсаның һаман да үҙ хеҙмәтен теүәл үтәп торғанына һөйөндөк.

 Сәфәрҙән һуң мин үҙемде яңырып, бер аҙ үҙгәреп киткәндәй тоям, үкенестәр ҡаҡшатмаҫлыҡ итеп үҙ ереңдә, үҙ йортоңда йәшәүгә ни етә, – тип алыҫ сәфәр тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты Илшат Әнәс улы Хөснөтдинов. – Ә оҙон юлдарҙа йөрәктәрҙе өҙгөс йыры ла, йәнгә ял булырлыҡ шиғыры ла тыуа. Шатлыҡ янында ла һағыш бар шул. Риф Сәғәҙәтулла улы әйтмешләй, тыуған яҡтың ҡәҙерен белер өсөн алыҫ саҡрымдар үтергә, юл ғазабын кисерергә кәрәк. Динар дуҫты ла юлдарҙың ялҡытҡаны юҡ, күңеле ғүмер буйы шиғриәткә тартылғас, сәфәрҙә лә ижад итергә өлгөрә ...

“Күкрәп киреп йөрөгән юҡ, эшләйбеҙ!”

– Мин шағир түгелмен, әммә шиғриәткә ғашиҡ, тормошто ныҡ  һөйгән романтиктарҙың береһемен,– тип һүҙгә ҡушылды  юлдаштарҙың икенсеһе Динар Дамир улы Ильясов. – Ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалғанда Риф Сәғәҙәтулла улының “егеттәр, юлдар оҙон, ҡайтаһы бар...” тип  әйтеүе булды, башыма түбәндәге юлдар килде:

Юлдар оҙон, әле ҡайтаһы бар,

 Томан баҫҡан тирә-яҡтарҙы.

Ошо юлдан ярһып көнбайышҡа

Ваҡыт-хужа менән атлайбыҙ.

Бер аҙ торғас, күңелдәген йәнә яңы шиғри юлдарына һалдым:

Егеттәргә ярҙам илтәбеҙ

Тыуған яҡтан алыҫ һуғышҡа.

Өйҙә тыныс, боҫоп ултырғандар

Ғүмерҙәрен үткәрә бушҡа.

Ватан һағында бар туған-ырыу,

Бар ағайҙар, хатта бабайҙар.

Керпек ҡаҡмай уларҙы көтә,

Күҙ йәштәрен түгеп апайҙар...

Эшҡыуар Динар Дамир улы Ильясовтың махсус хәрби операция зонаһына тәүге тапҡыр ғына барыуы түгел. Икеһе лә армия хеҙмәтен үткән айырылғыһыҙ дуҫтар яугир яҡташтарына ярҙам итеүҙе намыҫ эше итеп иҫәпләй. Юҡ, рәхмәт һүҙҙәре ишетеү өсөн дә, наградалар алыу өсөн дә түгел, лайыҡлы эш-шөғөлдәре менән улар үҙҙәренең булдыҡлылығын күптән раҫлаған. Байтаҡ ваҡыт ташландыҡ хәлдә ятҡан уңдырышлы ерҙәрҙе эшкәрткән, ауыл биләмәләрен төҙөкләндергән ысын ер хужаһы Илшат Әнәс улы, Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, хәрби –десантсылар иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыу идеяһын тормошҡа ашырыуҙа янып йөрөгән илһөйәр Динар Дамир улы бөгөн дә еңеүҙе яҡынайтыу өсөн яҡташ яугирҙәренә ҡулдан килгән бөтә ярҙамды күрһәтә.

– Яугирҙәр янына барып ҡайтҡан һайын Башҡортостан егеттәрен яҡшы хеҙмәттәре өсөн командованиеның нисек юғары баһалауҙарын ишетеп, ғорурланып, ҡанатланып ҡайтам. “Беҙҙең егеттәр бит улар, бөркөттәр! Юҡҡа ғына 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан урыҫ шағиры Денис Давыдов уҡ-йәйә менән ҡоралланған башҡорт яугирҙәрен боронға грек алиһәһе амурға оҡшатып, “Төньяҡ амурҙары”, тип баһа бирмәгән. Минең командирым да һәр байрам һайын ҡотлап, “иң яҡшы яугирҙәр – Башҡортостандан”, тип әле лә күңелде күтәреп ебәрә.

 Беҙ бөгөн алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙҙең хәл-торошо, яҙмышы, кәйефе, ярҙам итеү уйы менән ҡайнап йәшәйбеҙ. Махсус хәрби операция зонаһына ете машина ебәрҙек, барыһы ла эш өҫтөндә. Уларҙы һатып алғандан һуң ремонтлайбыҙ, яңыртабыҙ. Хәрби хеҙмәт “һурпаһын” татыған егеттәр һәр саҡ ярҙамға килә. Яугирҙәр, күҙ йәштәре аша тигәндәй, рәхмәт әйтеп шылтыратҡанда ниндәй сауаплы, мөһим эш башҡарғаныңды тәрәнерәк аңлайһың. ”Һеҙҙең теге ебәргән машинағыҙ ярҙамында фәлән-фәлән кешене яландан алып сыҡтыҡ, шунса яралының ғүмерен һаҡлап алып ҡалдыҡ”, – тип әйтһәләр, тағы ла нығыраҡ эшләргә, ярҙамды етеҙерәк ойошторорға кәрәклекте тояһың.

... Егеттәр менән бер блиндажда төн уҙғарып, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙҙың хәрби яҙмышын яңынан күҙ уңынан үткәрҙек. Ошондай блиндаждар, окоптар эшләү өсөн ылыҫлы ағастарҙан ярҙырылған таҡталар, брустар килтереүебеҙ менән ҡәнәғәтлек кисерҙем. Бындай материалдарға ихтыяж ҙур. Мейес йылыта, дарыуҙар бар. Краснокама районынан дарыухана мөдире Миләүшә Ясакова коллективтары менән беҙҙе һәр саҡ препараттар, санитария-гигиена кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итә. Һалдаттар ҡайһы саҡ ябай ғына тойолған, ғәҙәти әйберҙәр, мәҫәлән, мәтрүшкә, имән, ҡарағат япраҡтары килтермәнегеҙме, тип тә һорай. Тыуған яҡтың тәбиғәт бүләктәре күңелгә бигерәк яҡын шул!

Яугирҙәргә ярҙам итеү тәжрибәһе менән башҡа өлкә ирекмәндәре лә ҡыҙыҡһына, беҙҙән өйрәнә. Йыш ҡына шылтыраталар. Күкрәк киреп йөрөгән юҡ, ваҡытты бушҡа үткәрмәҫкә, йөкмәткеле, файҙалы итергә тырышабыҙ. Беҙ халҡыбыҙҙың көслө яҡтарын, матур һыҙаттарын үҫтерергә, именлектә йәшәргә теләһәк, балаларыбыҙҙа илһөйәрлек һәм хеҙмәткә хөрмәт тәрбиәләүгә, тарихыбыҙҙы өйрәнеүгә иғтибарҙы арттырырға тейешбеҙ. Был эштең алымдары күп төрлө. Мәктәптә балаларҙы таҡта һөртөүҙән дә, баҡсала эшләүҙән дә тыйып, аҡһөйәктәр быуыны әҙерләүгә йөҙ тотһаҡ, был яҡшыға алып бармаясаҡ, – тип борсолоуҙары менән уртаҡлашты Динар Ильясов.

Ил хәстәре менән йәшәгән ир-егеттәрҙең илһөйәр, маҡсатҡа ынтылыусан, спорт менән дуҫ, табип һәм юрист һөнәрҙәренә эйә ул һәм ҡыҙҙар үҫтереүҙәренә шаһитбыҙ. Атайҙарҙың үҙҙәренә лайыҡлы алмаш тәрбиәләүҙәренә икеләнмәйбеҙ.

– Артыбыҙҙа беҙҙең ярҙамыбыҙҙы, хәстәребеҙҙе сабырлыҡ менән  көткән кешеләр тороуын яҡшы аңлайбыҙ һәм был беҙгә күҙ алдына ла килтерә алмаҫлыҡ ҙур көс-ҡеүәт бирә. Йомарт һәм ярҙамсыл, батыр һәм түҙемле халҡыбыҙға, эскерһеҙ ауылдаштарыбыҙға еңеүҙе яҡынайтыуға лайыҡлы өлөш индереүҙәре өсөн ысын күңелдән рәхмәт! Бындай фиҙакәрлек – яугирҙәребеҙгә хөрмәт һәм ышаныс билдәһе. Дөйөм тырышлығыбыҙ ҡырыҫ шарттарҙа Ватанды һаҡлаған яугирҙәребеҙгә мотлаҡ ярҙам итер тип ышанабыҙ һәм эшебеҙҙе артабан дауам итәсәкбеҙ, сөнки бөгөн тыныс йәшәү мөмкин түгел”, – ти үҙ иңендә ил именлеге өсөн ҙур яуаплылыҡ тойған ир-егеттәр. 

Динә Арыҫланова. 

Дүртөйлө районы.

 Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

 

Тыныс йәшәү мөмкин түгел
Тыныс йәшәү мөмкин түгел
Тыныс йәшәү мөмкин түгел
Тыныс йәшәү мөмкин түгел
Тыныс йәшәү мөмкин түгел
Тыныс йәшәү мөмкин түгел
Тыныс йәшәү мөмкин түгел
Тыныс йәшәү мөмкин түгел
Тыныс йәшәү мөмкин түгел
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас