Геройҙар дәүере
16 Декабрь 2024, 07:00

Мылтыҡ йәл түгел, һуғыш ҡына тиҙерәк бөтһөн

"Мин үҙем һунарсы. Бер түгел, ике һунар мылтығым эленеп тора. Бәй, мин бит урманға..."

Бөгөн барыбыҙҙы ла бер теләк - илебеҙҙә, еребеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ, именлек урынлашып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан барса ир-егеттәр иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын тигән уй берләштерә. Һәм бик күптәр еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә тырышып, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә.

Ғафури районының Ҡурғашлы ауылынан Хәсән ағай Ҡотовтың сираттағы сәләм хатын тапшырырға кергән улы Венир һүҙ аралаш ҡына махсус хәрби операциялағы яҡташтарына һунар мылтығы ебәреүе хаҡында әйтеп һалды.

- Шылтыратышып һөйләшкәндә ундағы егеттәр: “тегеләрҙең” дрондарын һунар мылтығы менән атып төшөрөргә була”,- тип әйтеп һалды. Мин үҙем һунарсы. Бер түгел, ике һунар мылтығым эленеп тора. Бәй, мин бит урманға ике мылтыҡ аҫып йөрөмәйем, береһен үҙебеҙҙең егеттәргә ебәрәйем лутсы, тигән уй килде башҡа.

Оҙаҡҡа һуҙмай ғына район үҙәге Красноусолға сығып, район эске эштәр бүлегендә лицензия-рөхсәт эштәре буйынса инспектор Руслан Мәүлетҡоловҡа барып, ниәтемде әйттем. Ул да хупланы. Тиҙ арала кәрәкле документтарын әҙерләп, үҙемдең иҫәптән төшөрөп, уны махсус хәрби операциялағы егеттәргә ебәрергә телеүемде аңлатып ғариза яҙҙым,- тип һөйләп бирҙе Венир Хәсән улы. – Аҙна-ун көн үтеүгә инде Руслан Флүр улы: “Венир ағай, мылтығың егеттәргә барып етте”, тип шатландырҙы. Бына шулай, сөйҙә эленеп торғансы минең мылтыҡ тегендә дрондар “сүпләй”.

Уның һөйләгәндәрен гәзиткә лә бирәйек тигәс, башта икеләнеберәк торһа ла, риза булды.

-Ысынлап та, яҙығыҙ шул, тағы ла берәй һунарсының ике мылтығы яталыр, яҙманы уҡығас, ул да береһен һуғыштағы егеттәргә ебәрергә ҡарар итер, бәлки, - тигән һығымтаға килде ул.

Венир Хәсән улына “Афарин” тип әйтергә генә ҡала. Уның был аҙымы фронт менән тылдың берҙәмлегенә тағы бер дәлил. Ә берҙәмлек - еңеү нигеҙе, тиҙәр.

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

“Табын” гәзитенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән (tabin-gafuri.ru/news/y-m-i-t/2024-12-14/mylty-y-l-t-gel-u-ysh-yna-ti-er-k-b-t-n-4051607?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=).

Мылтыҡ йәл түгел, һуғыш ҡына тиҙерәк бөтһөн
Мылтыҡ йәл түгел, һуғыш ҡына тиҙерәк бөтһөн
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас