Иглин районындағы Үлсәү заводында яралыларҙы эвакуациялау һәм әйберҙәр ташыу өсөн еңел, уңайлы арбалар уйлап тапҡандар һәм етештерә лә башлағандар.
Был ҡоролма махсус операция биләмәһендә ҙур һорау менән ҡуллана. «Патриот 78» фондының инженер төркөмө менән әҙерләнгән конструкция һынау үткән һәм һуғыш шарттарында үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәткән дә инде. Арбалар ике төрлө итеп эшләнгән.
«Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡаты бәрелештәр бара. Ундағы яугирҙәргә гел ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, ситтә ҡала алмайбыҙ! Беҙҙең был арбалар күп ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итер тип ышанам», - ти завод вәкиле Андрей Рябов.
Яугирҙәргә был арбалар район хакимиәте тарафынан әҙерләнгән киләһе гуманитар ылау менән ебәреләсәк.
Фотолар Иглин районы хакимиәтенән алынды.