Ошо көндәрҙә “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә,Хәйбулла районының Федоровка ауылының “Бергәләп Еңеүгә” ирекмәндәр төркөмө Ырымбур өлкәһе Гай ҡалаһы мәҙәниәт йортонда үткән күсмә сарала ҡатнашты. Волонтерҙар “Һалдатҡа ярҙам ҡулы” күргәҙмәһендә үҙҙәре эшләгән маскировка селтәре, окоп шәмдәре, тактик носилкалар, дронға ҡаршы одеял һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр тәҡдим итте. Күргәҙмә ырымбурҙарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Федоровкалыларҙың оҫталығы, илһөйәрлеге өсөн улар йылы теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ үҙҙәре лә волонтерҙарҙың оҫталыҡ дәрестәрендә ихлас ҡатнашты.
Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Наталья Лебедева “Бергәләп Еңеүгә” волонтерҙар төркөмөнөң алып килгән әйберҙәренең бер өлөшөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Гай яугирҙарына ҡалдырҙы.
Сара ваҡытында “Контингент” төркөмө МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙамға шәфҡәтлелек концерты менән сығыш яһаны. Гай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марина Ильина Федоровка халҡына яугирҙарға ярҙамы, әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм дөйөм эшкә индергән тос өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе.
Әйткәндәй, Федоровка ауылы халҡы "Айыҡ ауыл" конкурсында район данын яҡлай. Уларҙың йәшәйеше, конкурсҡа әҙерлеге, сәләмәт тормошто пропагандалауҙары хаҡында гәзитебеҙҙең киләһе һандарында таныштырырбыҙ.
Фото: "Айыҡ ауыл - Федоровка" төркөмөнән