Мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға юлланған “Табип” ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан арала редакцияға килеп, беҙҙең менән аралашырға ваҡыт тапты.
Күрше райондан яуға китеп, һәләк булған яугирҙең ҡалған әйберҙәрен ата-әсәһенә, ҡатынына алып барып тапшырырға барып ҡайтып килеүҙәре. Хеҙмәтендәге бар ауырлыҡтарҙы сабыр ғына күңеленә һыйҙырып, эшкә ҡараған һымаҡ ҡабул иткән, хис-тойғоларын үҙ йөрәгендә тотҡан башҡорт егетенә ҡарап, ысынлап та ир-егеттең ҡуйынында эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тигән мәҡәл иҫкә төшә. Сибайҙа тыуып үҫкән ул, әсәһенең тыуған яғы Ейәнсура районында мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай. “Атайым да журналист булды, 1990 йылдарҙа “Сибай радиоһы”нда эшләне. Әсәйемдең 68 йәшкә тиклем педиатр һөнәренә тоғро ҡалыуы, ә бәлки, атайымдың 1996 йылда автокатастрофала һәләк булыуы, миңә табип юлын һайларға этәргес көс булғандыр”, - ти ул. Башҡортостан дәүләт медицина университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған йәш белгес башта Иҫәнғолда, 2008 йылда Күмертауға эшләргә килә. Әйткәндәй, ҡатыны Рина Радик ҡыҙы ла медицина өлкәһендә - тубдиспансерҙа эшләй.
2022 йылда Күмертау дауаханаһы хирургына повестка тоттороп, тәүлек эсендә юлға әҙерләнергә ҡушалар. Икенсе көнө Өфөгә, унан артабан махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрәләр.
Медицина хеҙмәте капитаны “Табип” полктың медицина хеҙмәте начальнигы, ябай тел менән әйткәндә, мотоуҡсылар полкының баш табибы булып хеҙмәт итә. Уның ҡул аҫтында дүрт батальон, һәр береһендә медпункт булып, улар алғы һыҙыҡта урынлашҡан. Унда ошоға тиклем 109 аҡ халатлы булһа, әле штат буйынса дүрт табип иҫәпләнә, ҡалғандары фельдшер, шәфҡәт туташы, санинструкторҙар һәм санитарҙар. Полктың штатта үҙенең дә медпункты бар. “Ер аҫтында, генератор менән йылытылған блиндаждарҙа алғы һыҙыҡтан алып сыҡҡан яралыларға ашығыс ярҙам күрһәтәбеҙ. Беҙҙең бурыс - тәүге табип ярҙамын күрһәтеп, ҡан ағыуын туҡтатыу, тиҙ рәүештә киләһе этапҡа эвакуациялау. Был ҡатын-ҡыҙ эше түгел. Элек дауаханала план буйынса сирлеләрҙе дауалаһаҡ, бында иһә - шартлауҙан яраланған яугирҙәр. Машиналар утҡа тотолоп, тишкеләнеп бөткән, шулай булғас күҙ алдына килтерәһегеҙҙер яугирҙәрҙең ниндәй хәлдә минең ҡулға эләккәнен. “Кеше теләһә ниндәй шарттарға ла өйрәнә, үлемде, ҡаты яраланғандарға тиҙ ярҙам күрһәтеүҙе эмоциональ яҡтан һәр кем күтәрә алмаҫҡа мөмкин. Һинең эргәлә кәңәш һорашырлыҡ тәжрибәле табиптар ҙа юҡ, йә ярҙам итер инең дә, шарттар юҡ, землянкала аппараттар етмәй”, - ти ул.
Ике йыл ер аҫтында йәшәгән, тәүге ярҙам күрһәткән “Табип”тың бишенсе тапҡыр ялға ҡайтыуы. Аҡ халатлы яҡташыбыҙҙы батырлығы өсөн Шайморатов миҙалы менән бүләкләгәндәр, тик уларҙы Курск яғына күсергәндә кейемдәре менән янып юҡҡа сыҡҡан. “Донъяла именлек кенә урынлашһын, документтарҙы тергеҙеүҙә ауырлыҡ тыумаҫ”, - ти ул. Ирекмәндәр ярҙамы уларға рухи көс биреүен әйтеп, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған “Табип” Мәләүез яугирҙәренән тыуған яҡҡа ҡайнар сәләмдәрен еткерергә ҡушты.